Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 3:1 - Изге Яҙма

1 Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 3:1
18 Referencias Cruzadas  

Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сығып, Әмөриҙәр ерен бирер өсөн, Ҡырҡ йыл буйы сүлдә юл күрһәттем.


Мин, Миха, былай тинем: «Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары, Һеҙҙән башҡа тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын?


Был яуыз нәҫелдең иҫән ҡалғандары Мин уларҙы һөргән ерҙәрҙә үлемде йәшәүҙән артыҡ күрерҙәр, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Эй исраилдар, тыңлағыҙ Раббы һүҙен: Раббы ошо ерҙәге кешеләр менән дәғүәләшә, Сөнки был ерҙә тоғролоҡ та, мөхәббәт тә, Алланы танып белеү ҙә юҡ.


– Шул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың бөтә ырыуҙарының Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр.


Эй Яҡуп нәҫеле, Үҙем һайлап алған Исраил, тыңла Мине! Был – Мин! Мин – беренсеһе һәм дә һуңғыһымын!


Ул былай ти: – Бөтә йәһүҙиҙәр, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Йеһошафат батша, тыңлағыҙ! Һеҙгә Раббы былай ти: «Был иҫәпһеҙ-һанһыҙ сиреүҙән ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ осмаһын! Был һуғыш һеҙҙеке түгел, ә Алланыҡы.


Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».


Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,


«Ҡолаҡ һал Миңә, эй Яҡуп нәҫеле, Исраил халҡының иҫән ҡалғандары! Әсә ҡарынында сағығыҙҙан һеҙҙе ҡурсаланым, Тыуғанығыҙҙан бирле күтәреп йөрөттөм.


Билбау кешенең тәненә ҡайһылай тейеп торһа, Мин дә бөтә Исраил менән Йәһүҙә нәҫелен шулай итеп Үҙемә яҡынайтҡайным, – тип белдерә Раббы. – Минең халҡым булырҙар, исемемә маҡтау һәм шөһрәт килтерерҙәр, тип өмөтләнгәйнем, әммә улар Мине тыңламаны».


Шуның өсөн Раббы былай ти: «Был нәҫелгә бәлә әҙерләйем, Яурынығыҙҙан һелкеп төшөрә алмаҫһығыҙ. Залим заман килер өҫтөгөҙгә – Башығыҙҙы текә тотоп йөрөмәҫһегеҙ.


Диңгеҙ буйында йәшәүселәрҙең, Керети ҡәүеменең башына бәлә! Пелештиҙәр ере Ҡәнғән, Раббының һүҙе һиңә ҡаршы: «Мин һине ҡырам, Бер кешеңде лә тере ҡалдырмайым!» – ти Ул.


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Эй Исраил нәҫеле, ҡолаҡ һалығыҙ. Һеҙҙең хаҡта матәм йыры йырлайым.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios