Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 2:9 - Изге Яҙма

9 Ә Мин Исраил хаҡына Кедрҙай буйсан, имәндәй мәғрур Әмөриҙәрҙе юҡ иттем, Осонан тамырына тиклем тураҡланым.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Ә Мин Исраил хаҡына Эрбеттәй буйсан, имәндәй мәғрур Әмөриҙәрҙе юҡ иттем, Осонан тамырына тиклем тураҡланым.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9 Ә Мин Исраил хаҡына Кедрҙай буйсан, имәндәй мәғрур Әмөриҙәрҙе юҡ иттем, Осонан тамырына тиклем тураҡланым.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 2:9
27 Referencias Cruzadas  

– Бына тиҙҙән ҡыҙыу мейес кеүек көйҙөрөр көн килеп етер. Бөтә тәкәбберҙәр һәм яуызлыҡ ҡылыусылар һалам булыр, киләһе ул көн һәр береһен үртәп бөтөр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – уларҙан тамыр ҙа, ботаҡ та ҡалмаҫ.


Аҫтан тамырҙары ҡорор, Өҫтән ботаҡтары кибер.


Башан батшаһы Ғоғ рефалар нәҫеленән һуңғы кеше ине. Уның һикеһе – тимер һике – хәҙер ғаммондарҙың Рабба ҡалаһында тора, оҙонлоғо – ҡабул ителгән үлсәм менән туғыҙ терһәк, ә иңе – дүрт терһәк.


Мин әле һеҙгә бойорғандарҙың бөтәһен дә үтәгеҙ. Мин әмөриҙәрҙе һәм ҡәнғәниҙәрҙе, хиттиҙәрҙе һәм перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе күҙ алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен.


Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.


Һин әйт, Раббы Хаким былай ти: «Был йөҙөм имен генә үҫеп китерме? Ҡороһон тип, бөркөт уның тамырҙарын йолҡмаҫмы, емештәрен өҙмәҫме? Уның ботаҡтарындағы йәшел япраҡтары ҡорор. Тамырынан тартып алып бырғар өсөн көслө ҡул да, күп халыҡ та кәрәк булмаҫ.


Раббы әмөриҙәрҙе исраилдар ҡулына тапшырған көндө Йушағ Раббыға ялбарып, бөтә Исраил халҡының күҙ алдында: – Ҡояш, Ғивғон өҫтөндә туҡтап ҡал, Ай, Айялон үҙәне өҫтөнән ҡуҙғалма, – тине.


– Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. –


Инде беҙ ҡайҙа барайыҡ? Туғандарыбыҙ, ундағы халыҡтың беҙҙән көслөрәк һәм оҙон буйлыраҡ булыуын, ҡалаларының ҙур, күккә олғашҡан нығытмалар менән уратылғанын, унда Ғанаҡ тоҡомдарын да күреүҙәрен һөйләп, йөрәгебеҙҙең кәрен алды», – тинегеҙ.


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Шуға күрә, ут һаламды көйрәткән, Ялҡын бесәнде ялмаған кеүек, Уларҙың тамыры серер, Сәскәләре туҙан һымаҡ осоп китер. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡанунын кире ҡаҡты, Исраил Изгеһенең һүҙен һанға һуҡманы улар!


Бына бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Дошманды дәһшәтле көсө менән Ағас ботағылай һындырасаҡ. Иң оҙон ағастар ҡырҡыласаҡ, Бейектәре йығып һалынасаҡ.


Раббының Исраилға ҡаршы асыуы ялҡынланды, Ул Раббы алдында яманлыҡ ҡылған был быуын тулыһынса үлеп бөткәнсе уларҙы ҡырҡ йыл сүллек буйлап йөрөттө.


шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios