Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 2:7 - Изге Яҙма

7 Фәҡирҙәрҙе туҙанға һалып тапайҙар, Сараһыҙҙың юлын быуалар. Аталы-уллы бер ҡатын менән ятып, Изге исемемде хурлайҙар.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Фәҡирҙәрҙе туҙанға һалып тапайҙар, Сараһыҙҙың юлын быуалар. Аталы-уллы бер ҡатын менән ятып, Изге исемемде хурлайҙар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Фәҡирҙәрҙе туҙанға һалып тапайҙар, Сараһыҙҙың юлын быуалар. Аталы-уллы бер ҡатын менән ятып, Изге исемемде хурлайҙар.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 2:7
24 Referencias Cruzadas  

Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп, Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр; Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ, Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә Хөкөм иткәндә ситкәрәк этәрһегеҙ.


Берәүҙәр яҡынының ҡатыны менән аҙғынлыҡ ҡыла, икенселәр киленен нәжесләй, өсөнсөһө үҙенен ҡыҙ туғанын, атаһының ҡыҙын, мәсхәрәләй.


Дөрөҫөндә, арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән.


Халҡымдың ҡатын-ҡыҙҙарын Йәмле өйҙәренән сығарып ебәрәһегеҙ, Балаларынан Минең хәйер-фатихамды Мәңгелеккә тартып алаһығыҙ.


Кеше баҫыуына күҙе төшһә – баҫып ала, Өй теләһә, хужаһын да, Ғаиләһен дә аяп тормай – тартып ала, Кешене мираҫ еренән мәхрүм итә.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Мәжүсиҙәр һеҙҙең кеүектәр арҡаһында Алла исемен мыҫҡыл итә».


Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан, Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни, Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар.


Өлөшһөҙҙәрҙе ҡыҫырыҡлаған, Илдәге ярлыларҙың башын ашағандар, тыңлағыҙ!


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Барған һәр бер ерҙәрендә ҡәүемдәр араһында изге исемемде бысраттылар. Сөнки улар тураһында: «Был – Раббының халҡы, әммә улар Уның иленән ҡыуылып сыҡты», – тинеләр.


Кешене айырып ҡарау – насар эш, бер һыныҡ икмәк тип кеше гонаһ ҡыла.


Изреғилле Навоҫтың: «Аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирмәйем», – тигәненә Ахавтың ныҡ йәне көйҙө. Өйөнә кәйефе боҙолоп ҡайтып инде лә, ашамай-эсмәй, түшәгенә барып ятты.


Әммә был ҡылығың менән һин Раббыны һанламағаныңды күрһәттең. Шуға күрә яңы тыуған улың үләсәк.


Кем балаһын Мөләхкә биреп, Минең Изге торлағымды нәжесләй, изге исемемде хурлай, Мин уға ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.


Киленең менән яҡынлыҡ ҡылма, улыңдың ҡатыны ул, уның менән яҡынлыҡ ҡылма.


Атайыңды хурлыҡҡа төшөрөп, үгәй әсәйең менән яҡынлыҡ ҡылма.


Әммә Мин ҡыҙҙарығыҙҙы уйнаш өсөн, Килендәрегеҙҙе зина өсөн язаламам – Ирҙәрегеҙ фәхишәләргә йөрөйҙәр, Уйнашсылар менән бергә ҡорбан килтерәләр. Аҡылын юғалтҡан халыҡ һәләк буласаҡ!


Балаларыңдың береһен дә Мөләх илаһына ҡорбан итмә, бының менән Аллаңдың исемен хурлама. Мин – Раббы.


Раббы Үҙ халҡының аҡһаҡалдарын, Түрәләрен яуапҡа тарттыра: «Йөҙөм баҡсаһын һеҙ бөлдөрҙөгөҙ, Өйөгөҙ тулы ярлыларҙан талап алған мал.


Ни хаҡығыҙ менән халҡымды иҙәһегеҙ, Фәҡирҙәрҙе ҡыйырһытаһығыҙ?» Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы белдерә быны.


Ярлыларҙы ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ҡалдырыр, Халҡымдың көсһөҙҙәренең хоҡуҡтарын тартып алыр, Тол ҡатындарҙы үҙенә яумал итер, Етемдәрҙең малын талап алыр өсөн Яуыз ҡағиҙәләр яҙған, Хаҡһыҙ ҡанундар сығарған бәндәләргә ҡайғы!


Игенләтә һалым алып, Ярлы-ябағаны бөлдөргәнгә күрә, Шымартылған таштан йорттар һалһағыҙ ҙа, Унда йәшәү яҙмаҫ һеҙгә. Гүзәл йөҙөм баҡсалары үҫтереп тә, Шарабынан ләззәтләнеү насип булмаҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios