Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 2:10 - Изге Яҙма

10 Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сығып, Әмөриҙәр ерен бирер өсөн, Ҡырҡ йыл буйы сүлдә юл күрһәттем.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сығып, Әмөриҙәр ерен бирер өсөн, Ҡырҡ йыл буйы сүлдә юл күрһәттем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сығып, Әмөриҙәр ерен бирер өсөн, Ҡырҡ йыл буйы сүлдә юл күрһәттем.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 2:10
26 Referencias Cruzadas  

Аллағыҙ Раббы барлыҡ ғәмәлдәрегеҙгә фатихаһын бирҙе. Был мөһабәт сүллектә йөрөгән сағыңда гел һеҙҙе ҡурсаланы. Бына ҡырҡ йыл инде Аллаң Раббы һеҙҙең менән һәм бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисергәнегеҙ юҡ».


Тап ошо көндө Раббы Исраил халҡын, ғәскәр ише сафҡа теҙеп, Мысырҙан алып сыҡты.


Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.


Сүлдә ҡырҡ йыл буйы уларға ҡарата түҙемлек һаҡлаған.


Алла иһә уларҙан йөҙ сөйөргән һәм күктәге йондоҙҙарға табынырға ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында Алла былай тип әйтә: «Эй, Исраил нәҫеле! Ҡырҡ йыл дауамында сүлдә һеҙ Миңә тип ҡорбан йәки саҙаҡа килтерҙегеҙме ни?


Һине Мысырҙан сығарҙым, Ҡоллоҡ йортонан йолоп алдым, Муса менән Һарунды, Мирйәмде Һинең алдыңдан ебәрҙем.


«Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Шуның өсөн Мин Исраил халҡын Мысырҙан сығарҙым һәм сүллеккә алып килдем.


Ҡәүемдәргә: «Раббы – батша!» – тип иғлан итегеҙ. Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ. Раббы халыҡтарға хаҡ хөкөм ҡылыр.


Ҡырҡ йыл буйына туҡландырҙың һин уларҙы сүллектә; һис бер мохтажлыҡ кисермәне улар – кейемдәре туҙманы, аяҡтары шешенмәне.


„Дошманға табыш булырҙар инде“ тигән балаларығыҙ, әле бөгөн яҡшыны ямандан айыра белмәгән балаларығыҙ, инер унда. Ерҙе уларға бирәсәкмен, уны улар биләмә итеп аласаҡ.


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Исраилдар әмөриҙәрҙең барлыҡ ҡалаларын алды, Хешбонда һәм уның тирә-яғындағы ауылдарҙа урынлашты.


сидондарҙыҡы булған Ғара ҡалаһынан алып Афеҡҡа һәм әмөри сиктәренә тиклем ҡәнғәниҙәрҙең бөтә ерҙәре;


Тик уның менән бергә барғандар: – Беҙ ул халыҡҡа ҡаршы бара алмайбыҙ, сөнки ул беҙҙән көслөрәк, – тип ҡаршы төштө.


Раббының Исраилға ҡаршы асыуы ялҡынланды, Ул Раббы алдында яманлыҡ ҡылған был быуын тулыһынса үлеп бөткәнсе уларҙы ҡырҡ йыл сүллек буйлап йөрөттө.


Артабан Мин һеҙҙе Иордан аръяғында йәшәгән әмөриҙәрҙең иленә алып килдем. Әмөриҙәр һеҙгә һөжүм итте, ләкин Мин уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙым. Мин уларҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡырып һалдым, һәм һеҙ уларҙың ерҙәрен биләнегеҙ.


Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios