Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Ғамос 1:8 - Изге Яҙма

8 Ашдодтағы тәхет хужаһын, Ашҡылонда хакимлыҡ таяғы эйәһен юҡҡа сығарам; Мин Ғәҡронға ҡаршы ҡул күтәрәм, Имен ҡалған пелештиҙәр юҡ булыр!» – ти Раббы Хаким.

Ver Capítulo Copiar

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Ашдодтағы тәхет хужаһын, Ашҡылонда хакимлыҡ таяғы эйәһен юҡҡа сығарам, Мин Ғәҡронға ҡаршы ҡул күтәрәм, Имен ҡалған пелештиҙәр юҡ булыр!» – ти Раббы Хаким.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Ашдодтағы тәхет хужаһын, Ашҡылонда хакимлыҡ таяғы эйәһен юҡҡа сығарам; Мин Ғәҡронға ҡаршы ҡул күтәрәм, Имен ҡалған пелештиҙәр юҡ булыр!» – ти Раббы Хаким.

Ver Capítulo Copiar




Ғамос 1:8
17 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – пелештиҙәргә ҡаршы ҡулымды күтәрәм, керетиҙәрҙе юҡ итәм, диңгеҙ буйында йәшәгәндәренең иҫән ҡалғандарын һәләк ҡылам.


Ашдодта ҡатнаш ҡанлылар төйәкләнер. «Пелештиҙәрҙең ғорурлығын ҡырырмын Мин.


Ашшур батшаһы Саргон үҙенең ғәскәр башлығын Ашдод ҡалаһына ебәрҙе. Ғәскәр башлығы барып, ул ҡаланы яулап алды.


Ғуззияһ, пелештиҙәргә ҡаршы һуғыш башлап, Ғаҫ, Явне һәм Ашдод ҡалаларының диуарҙарын емерә, Ашдод эргәһендә һәм пелештиҙәргә ҡараған башҡа урындарҙа ҡалалар төҙөй.


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Ашдод ҡәлғәләрендә иғлан итегеҙ, Мысыр ерендәге нығытмаларҙа белдерегеҙ: «Самарияның тау баштарына артылығыҙ, Эсендәге башбаштаҡлыҡты күрегеҙ: Унда ҡыҫырыҡлау, иҙеү хөкөм һөрә!»


Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп, Юшҡыныңды һелте менән таҙартҡандай, Бөтә бысрағыңды юҡ итермен.


Фирғәүен Газа ҡалаһына һөжүм итер алдынан Йермеяһ пәйғәмбәргә пелештиҙәр тураһында Раббы һүҙе булды.


Эй Тир һәм Сидон ҡалалары, Пелешеҫ ерендәге бөтә өлкәләр! Миңә ҡаршы нимә эшләмәк булаһығыҙ? Әллә ҡон ҡайтарырға уйлайһығыҙмы? Ул сағында, ҡара уны, ҡылғанығыҙҙы бик тиҙ, йәһәт кенә үҙ башығыҙға төшөрөрмөн.


Газа диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!


Яҡуп нәҫеле – ут, Йософ нәҫеле – ялҡын, Ә Ғаяз нәҫеле һалам булыр. Ғаяз нәҫелен ут ялмап йотор, Бер кем дә ҡотолоп ҡалмаҫ», – ти Раббы.


Быны күреп Ашҡылондың ҡото осор; Газа ла ҡалтырап төшөр; Ғәҡрон ҡурҡыр, сөнки өмөтө аҡланмаҫ; Газа батшаһыҙ ҡалыр; Ашҡылонды бер кем төйәк итмәҫ.


Пелештиҙәр Раббыға ғәйеп ҡорбаны булараҡ ебәргән алтындан яһалған оро һындарының береһе – Ашдод, береһе – Газа, береһе – Ашҡылон, береһе – Ғаҫ һәм береһе – Ғәҡрон ҡалаһы өсөн ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios