Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 5:3 - Изге Яҙма

3 Ә сөннәтләнеүсе һәр кешенең Муса ҡанунының бөтөн талаптарын да үтәргә тейешлеген тағы бер тапҡыр раҫлайым.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Ә сөннәтләнеүсе һәр кешенең Муса ҡанунының бөтөн талаптарын да үтәргә тейешлеген тағы бер тапҡыр раҫлайым.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Ә сөннәтләнеүсе һәр кешенең Муса ҡанунының бөтөн талаптарын да үтәргә тейешлеген тағы бер тапҡыр раҫлайым.

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 5:3
19 Referencias Cruzadas  

Ә ҡанун талаптарына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында була. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтәһен дә теүәл үтәп бармаған һәр кемгә ләғнәт булһын», – тип яҙылған.


Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәтең сөннәтһеҙлек була.


«Был ҡанунда әйтелгәндәрҙе хупламаған һәм үтәмәгән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


Баштарына һанһыҙ михнәттәр, хәсрәттәр килгәндә, был йыр уларға ҡаршы шаһит булыр, сөнки балалары был йырҙы теленән төшөрмәҫ. Бирергә ант иткән ергә алып ингәнгә тиклем үк, Мин уларҙың нимә ниәтләгәнен беләм.


Әгәр Аллаң Раббыны онотоп, башҡа илаһтар артынан китһәң, уларға хеҙмәт итеп алдарында баш эйһәң, бөгөн шаһитлыҡ ҡылып әйтәм, һеҙ юҡҡа сығасаҡһығыҙ.


Һәм тағы: «Ҡорбан усағы менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, ҡорбан усағындағы бүләк менән ант итһә инде, ул уны үтәргә тейеш», – тиһегеҙ.


Ата Үҙенең Улын ошо донъяға Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ үҙебеҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ.


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы былар өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла иғлан иттем.


Күп кенә башҡа өгөт-нәсихәттәрен дә биреп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.


Минең биш туғаным бар, был ғазап сигеү урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән.


Ҡайғы һеҙгә, һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ: «Алла йорто менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, әммә кемдер Алла йортоноң алтыны менән ант итә икән, ул уны үтәргә тейеш», – тип өйрәтәһегеҙ.


Батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ Һинең ҡануныңды үтәмәне, биргән бойороҡтарыңды, күрһәтмәләреңде һанға һуҡманы.


Йәһүҙиәнән Антиохияға ниндәйҙер кешеләр килеп иманлыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.


Тыңлағыҙ, мин, Паулус, һеҙгә әйтәм: әгәр сөннәткә ултыртылаһығыҙ икән, Мәсихтән һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios