Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 4:7 - Изге Яҙма

7 Шуға күрә һин инде ҡол түгел, ә Алла балаһы. Балаһы икәнһең, вариҫ һымаҡ, Алланың вәғәҙә иткәнен уртаҡлашырһың.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

7 Шуға күрә һин инде ҡол түгел, ә Алла балаһы. Уның балаһы булараҡ, Алла һине вариҫы итеп тә билдәләне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Шуға күрә һин инде ҡол түгел, ә Алла балаһы. Балаһы икәнһең, вариҫ һымаҡ, Алланың вәғәҙә иткәнен уртаҡлашырһың.

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 4:7
19 Referencias Cruzadas  

Мәсихтеке икәнһегеҙ, тимәк, һеҙ – Ибраһимдың тоҡомдары һәм Алланың вәғәҙә иткәнен мираҫ итеп бүлешерһегеҙ.


Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.


Беҙ иһә, имандаштар, – ҡол ҡатындың балалары түгел, ә ирекле ҡатын балалары.


Үҙ-үҙемә әйтәм: «Раббы – минең насибым, Шуға күрә Раббыға өмөт бағлайым».


Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы, Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Уның исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.


Еңгән кеше бының барыһына ла эйә буласаҡ, һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Аҙымдарым Һинең юлдан атлай, Тайпылыуҙы белмәй аяҡтарым.


Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios