Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 2:8 - Изге Яҙма

8 Сөнки Петрусты сөннәтлеләрҙең илсеһе итеп, уның аша эш иткән Алла, йәһүд булмағандар араһындағы хеҙмәтен башҡарыу өсөн миңә көс бирҙе.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 Сөнки Петрҙы сөннәтлеләрҙең илсеһе итеп, уның аша эш иткән Алла, йәһүд булмағандар араһындағы хеҙмәтен башҡарыу өсөн миңә көс бирҙе.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Сөнки Петрусты сөннәтлеләрҙең илсеһе итеп, уның аша эш иткән Алла, йәһүд булмағандар араһындағы хеҙмәтен башҡарыу өсөн миңә көс бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 2:8
23 Referencias Cruzadas  

Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.


Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.


Паулус уларҙы сәләмләгәндән һуң, үҙенең хеҙмәте арҡылы Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәнен ентекләп һөйләп бирҙе.


Бөтә йыйылыш тынып, Барнабас менән Паулусты тыңланы. Улар Алланың башҡа халыҡтар араһында үҙҙәре аша ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне.


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Башҡалар өсөн, бәлки, илсе түгелмендер, әммә һеҙҙең өсөн – илсемен, сөнки һеҙҙең Раббыла булыуығыҙ илселегемде дәлилләп тора.


Шунан һуң Петрус менән Яхъя Самария кешеләренең башына ҡулдарын ҡуйҙы һәм улар Изге Рухты ҡабул итте.


Тыңлап тороусыларҙың күбеһе илселәр һөйләгән вәғәзгә ышанды, һәм иманға килеүсе ирҙәрҙең һаны биш меңгә етте.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө ярҙамында көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.


Алла һеҙгә, Үҙенең Рухын биреп, мөғжизәләр ҡыла. Ул быны ҡанун үтәгәнегеҙ өсөн эшләйме, әллә ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышанғанығыҙ өсөнмө?


Күреп-ишетеп тә йөрөйһөгөҙ, әлеге Паулус, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип, Эфеста ғына түгел, бөтә Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы.


Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios