Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Галаттарға 1:15 - Изге Яҙма

15-16 Әммә әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миңә күрһәтеп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн саҡырып алған. Тик мин бер кеше менән дә кәңәшләшмәйенсә

Ver Capítulo Copiar

Инжил

15-16 Әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миндә асып, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн билдәләгән. Тик мин бер кем менән дә кәңәшләшмәйенсә

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15-16 Әммә әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миңә күрһәтеп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн саҡырып алған. Тик мин бер кеше менән дә кәңәшләшмәйенсә

Ver Capítulo Copiar




Галаттарға 1:15
31 Referencias Cruzadas  

– Әсәң ҡарынында рәүеш биргәнемә тиклем һине белә инем, Тыуғаныңа тиклем һине Үҙем өсөн һайлап алдым, Ҡәүемдәргә пәйғәмбәр итеп тәғәйенләнем.


Яҡуп нәҫелен Үҙенә кире ҡайтарыр, Исраилды Үҙ янында туплар өсөн, Раббы мине әсәм ҡарынында уҡ Үҙ ҡоло итеп яратты. Уның күҙендә шөһрәт ҡаҙандым, Аллам минең көс-ҡөҙрөтем булды.


Эй диңгеҙ ярҙары, тыңлағыҙ мине! Алыҫ илдәрҙәге халыҡтар, яҡшылап ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы мине әсәм ҡарынында сағымдан саҡырҙы, Мин тыумаҫтан алда исемем менән өндәште.


Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсихтә еткерелде.


Ғайса Мәсих аша беҙҙе Үҙ балалары итергә алдан уҡ билдәләп ҡуйҙы. Был – Уның изге ихтыяры һәм маҡсаты.


Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.


Ғайса Мәсихтең ҡоло, Уның илсеһе булырға саҡырылған, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләргә һайлап алынған Паулустан сәләм.


Бер ваҡыт, улар Раббыға хеҙмәт иткәндә һәм ураҙа тотҡанда, Изге Рух: – Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Барнабас менән Шаулды Миңә бирегеҙ, – тине.


Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым.


Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы аҡлаған. Аҡланғандарға Ул дан-шөһрәт биргән.


Барлыҡ халыҡтар Уның исеме хаҡына Аллаға ышанһындар һәм буйһонһындар тип, беҙ Ғайса Мәсих аша мәрхәмәт алдыҡ һәм Уның илсеһе булдыҡ.


Эйе, Атам, был һинең игелекле ихтыярың ине!


Раббы Үҙенең бөйөк исеме хаҡына Үҙ халҡын ташламаҫ, сөнки һеҙҙе Үҙенең халҡы итеүҙе хуш күрҙе.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Алла тарафынан баштан уҡ билдәләнгән был мәңгелек ниәт Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә тормошҡа ашырылды.


Ул, Мәсихтә тормошҡа ашырырға ҡарар иткән изге ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.


Мәсихтең мәрхәмәте менән һеҙҙе саҡырып алған Алланан йөҙ бороп, тиҙ генә ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ мине ғәжәпләндерә.


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


әммә Алла тарафынан саҡырып алынғандар өсөн, йәһүдме ул, грек булһынмы, Мәсих – Алла ҡөҙрәте һәм Алланың зирәк аҡылы.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған Паулустан һәм имандашыбыҙ Сосҫенестән


Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тине: – Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам! Эйе, Атам, был Һинең игелекле ихтыярың ине!


Әлеге «шәфҡәт көршәктәре» – беҙ, Алла беҙҙе йәһүдтәрҙән генә түгел, йәһүд булмағандарҙан да саҡырҙы.


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.


Алла Үҙенең зирәк аҡылы менән билдәләгәнсә, донъя үҙ аңы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы күрҙе.


Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Паулустан,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios