Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Филиптарға 3:11 - Изге Яҙма

11 Шулай мин үленән терелеремә лә өлгәшермен тип өмөтләнәм.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

11 һәм нисек тә булһа үленән терелеүгә өлгәшергә өмөтләнәм.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Шулай мин үленән терелеремә лә өлгәшермен тип өмөтләнәм.

Ver Capítulo Copiar




Филиптарға 3:11
17 Referencias Cruzadas  

Үлгәндәрҙең ҡалғандары иһә мең йыл үтмәйенсә терелмәне. Был – беренсе терелеү булды.


Беҙҙең ун ике ырыу, ул вәғәҙәнең тормошҡа ашыуына өмөт бағлап, көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Агриппас батша, йәһүдтәр мине шул өмөт өсөн ғәйепләй ҙә инде.


Бындағыларҙың бер өлөшө – саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген күргәндән һуң, Паулус ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлағаным өсөн хөкөм итәләр, – тине.


Ҡайһы бер ҡатындарға уларҙың үлгән яҡындары терелтелеп ҡайтарылған. Башҡалары иһә, үлемгә еткергәнсе ыҙалатһалар ҙа, яҡшыраҡ тормошта терелер өсөн иректән баш тарта.


Бер кемгә лә бер нисек тә башығыҙҙы бутарға юл ҡуймағыҙ: сөнки тәүҙә кешеләр Алланан баш тартмайынса һәм һәләкәткә дусар ителгән ҡанунһыҙлыҡ кешеһе килмәйенсә, Раббы көнө етмәйәсәк.


Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимоҫеусты ебәрҙем.


Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.


Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә, үҙем әжеренән ҡоро ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам.


Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем.


Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән?


– Беләм, ул ҡиәмәт көнөндә, терелеү ваҡытында, тереләсәк.


ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө һиңә әжере ҡайтарылыр.


«Тыңла, халҡым, Мин һөйләйем! Һиңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡылам, Исраил. Мин Алламын, һинең Аллаң!


Гавань ҡыш сығырға яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Фойникс гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды.


Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә – Мәсих, шунан һуң, Ул килгәндә, Мәсихтекеләр тереләсәк.


ә хәҙер мине хаҡлыҡ тажы көтә. Көнө еткәс, уны ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтәһенә лә бирер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios