Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Филиптарға 2:27 - Изге Яҙма

27 Әпәфродитос, ысынлап та, ныҡ ауырып китте, хатта үлем хәлендә ине. Тик, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы булмаһын тип, Алла уға ғына түгел, миңә лә мәрхәмәт күрһәтте.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

27 Епафродит, ысынлап та, ныҡ ауырып китте, хатта үлем хәлендә ине. Тик, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы булһын тип, Алла тарафынан уға ғына түгел, миңә лә мәрхәмәт күрһәтелде.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 Әпәфродитос, ысынлап та, ныҡ ауырып китте, хатта үлем хәлендә ине. Тик, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы булмаһын тип, Алла уға ғына түгел, миңә лә мәрхәмәт күрһәтте.

Ver Capítulo Copiar




Филиптарға 2:27
23 Referencias Cruzadas  

Бинахаҡҡа мине дошман күргәндәр, Ғәйепһеҙҙән миңә нәфрәт тотҡандар, Бер-береһенә күҙ ҡыҫып, тантана итә алмаһын.


Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.


Хәҙер инде уны ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ, юғиһә артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр.


Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк.


Шул көндәрҙә ул ҡатын ауырып китте һәм вафат булды. Уны йыуып, өҫкө ҡаттағы бер бүлмәгә һалдылар.


Алты тапҡыр бәләгә ҡалһаң – ҡотҡарыр, Етенсеһендә лә һиңә зыян теймәҫ.


Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.


Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!


Мине асыу менән түгел, Ғәҙеллек менән Һин төҙәт, Раббы, Юҡһа мине һәләк итерһең.


Шатлығым ҡалманы минең, Ҡайғыларыма дауа юҡ, әрней йөрәк.


Хәйерлегә булған ғазап-әрнеүҙәрем, Һөйөүең менән йәнемде һәләкәт соҡоронан алып ҡалдың; Гонаһтарымды артҡа бырғаның.


Ул Үҙ халҡын былай язаланы: Ҡыуып һөргөнгә ебәрҙе. Көнсығыштан иҫкән көслө ел һымаҡ Ҡеүәтле һулышы менән ситкә ҡыуҙы.


Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең».


«Хәсрәт төштө башыма! – тип зарланаһың. – Сөнки Раббы, әрнеүемә өҫтәп, ҡайғы бирҙе. Ыңғырашып хәлдән тайҙым, тынғылыҡ тапмайым», – тиһең.


Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде,


Шуға ла мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтарып ебәрәм, уны яңынан күреп һеҙ ҙә ҡыуанырһығыҙ, минең дә ҡайғым кәмер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios