Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Филиптарға 2:13 - Изге Яҙма

13 Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

13 Эшмәкәрлегегеҙ өсөн Алла Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.

Ver Capítulo Copiar




Филиптарға 2:13
39 Referencias Cruzadas  

Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин.


Үҙебеҙ шулай шәп булғанға һәләт үҙенән-үҙе килмәй беҙгә, һәләтебеҙ – Алланан.


Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсихтә еткерелде.


Тимәк, бөтә нәмә кешенең теләгенә йәки тырышлығына түгел, ә шәфҡәт күрһәтеүсе Аллаға бәйле.


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Яхъя былай тип яуапланы: – Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай.


Барыһын да Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән эшләүсе Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсихтә Үҙе вәғәҙә иткәнде алыусылар итте.


Ғәмәлдәрҙең төрлөһө бар, әммә уларҙың барыһын да беҙҙә бер үк Алла булдыра.


Шуға күрә Аллабыҙ һеҙҙе Үҙенең саҡырыуына лайыҡлы итһен, имандан килгән һәр яҡшы ниәтегеҙҙе Үҙенең көсө менән бойомға ашырһын тип, һеҙҙең өсөн гел доға ҡылабыҙ.


Ғайса Мәсих аша беҙҙе Үҙ балалары итергә алдан уҡ билдәләп ҡуйҙы. Был – Уның изге ихтыяры һәм маҡсаты.


Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был – һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, был – Алла бүләге.


Уның юлынан йөрөгәнебеҙ, ата-бабаларыбыҙға биргән бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын теүәл үтәгәнебеҙ өсөн Раббы күңелебеҙҙе Үҙенә йәлеп итһен.


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Ул, Мәсихтә тормошҡа ашырырға ҡарар иткән изге ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.


Ул һүҙен дауам итте: – Бына шуның өсөн дә Мин һеҙгә: «Атам ебәрмәһә, һис кем Минең яныма килә алмай», – тинем.


Улар Минең халҡым булыр, ә Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Балалар тыумаҫ элек һәм бер ниндәй яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡылырға өлгөрмәгән саҡтарында уҡ Алла Рабиғаға: «Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер», – тип белдергән. Ул бының менән Үҙенең һайлап алыу ниәте уларҙың эштәренә түгел, ә Саҡырыусыға бәйле икәнлеген күрһәткән.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:


Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;


Бына шул саҡ Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙары башлыҡтары, ҡаһиндар менән левиҙәр, Алла күңелдәренә рух һалған һәр кеше Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөргә тип аяҡҡа баҫты.


Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.


Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә.


Йә Раббы! Һин беҙҙе имен ҡылаһың; Барлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ – Һинең эшең.


Уң яғыма ҡара ла күр, Бер кем дә мине һанламай. Һыйынырлыҡ урыным ҡалманы, Йәнемде хәстәрләгән кеше юҡ.


Батша: – Һин минән нимә теләйһең һуң? – тип һораны. Мин, Күк Аллаһына доға ҡылып,


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай.


Раббының көсө улар менән булды һәм бик күптәр, инанып, Раббыға табан боролдо.


Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.


Кешенең йәнен ҡәберҙән ҡотҡарыр, Уларға тормош нуры балҡыһын өсөн, Ҡара, Алла быларҙы кешегә Ике, хатта өс тапҡырҙар эшләй.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын!


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман күләменән сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios