Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Филиптарға 1:18 - Изге Яҙма

18 Әммә уныһы әһәмиәтле түгел. Мәсихте нисек кенә вәғәзләмәһендәр, ике йөҙлөлөк менәнме, ихласмы – мин быға шатмын. Артабан да ҡыуанасаҡмын ғына,

Ver Capítulo Copiar

Инжил

18 Әммә уның әһәмиәте юҡ. Мәсихте нисек кенә вәғәзләмәһендәр, ике йөҙлөлөк менәнме, ихласмы – мин быға ҡыуанам һәм ҡыуанасаҡмын ғына,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Әммә уныһы әһәмиәтле түгел. Мәсихте нисек кенә вәғәзләмәһендәр, ике йөҙлөлөк менәнме, ихласмы – мин быға шатмын. Артабан да ҡыуанасаҡмын ғына,

Ver Capítulo Copiar




Филиптарға 1:18
13 Referencias Cruzadas  

– Тыймағыҙ, сөнки кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы, – тине Ғайса.


Шулай итеп, мин вәғәзләйемме, улармы – әһәмиәте юҡ, иң мөһиме – ул беҙҙең вәғәзләүебеҙ һәм һеҙҙең ышаныуығыҙ.


Миңә нимә эшләргә һуң? Рухым менән доға ҡылырмын, аҡылым менән дә доға ҡылырмын; рухым менән дан йырлармын, аҡылым менән дә дан йырлармын.


Улар тол ҡатындарҙың йорттарын үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙарҙы айырыуса ҡаты хөкөм көтә, – тине.


– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!


Бының менән нимә әйтергә теләйем? Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан берәй әһәмиәткә эйә типме, әллә илаһ үҙе берәй мәғәнәгә эйә типме?


Ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәгәнгә күрә, гонаһ ҡылһаҡ та ярай, типме ни? Әлбиттә, юҡ!


Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтәһенең дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.


Әммә шәкерттәре Уны аңламаны. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгәйне, шуның өсөн дә төшөнмәнеләр. Ә Ғайсанан һорарға ҡурҡтылар.


сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән мине ҡотолоуға илтер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios