Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 9:5 - Изге Яҙма

5 Ә һандыҡ өҫтөндәге «гонаһтарҙан паклау урыны» тип аталған ҡапҡасты ҡанаттарының күләгәһе менән ҡаплап, Алла шөһрәтен сағылдырған кирубтар тора ине. Ул хаҡта хәҙер ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

5 Ә һандыҡ өҫтөндә – гонаһтарҙы юйыу урыны тип аталған ҡапҡас, уның ике яғынан Алла данын сағылдырған күктәге ҡанатлы заттарҙың һындары ҡуйылғайны. Ул хаҡта хәҙер ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Ә һандыҡ өҫтөндәге «гонаһтарҙан паклау урыны» тип аталған ҡапҡасты ҡанаттарының күләгәһе менән ҡаплап, Алла шөһрәтен сағылдырған кирубтар тора ине. Ул хаҡта хәҙер ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 9:5
15 Referencias Cruzadas  

Муса, Раббы менән һөйләшер өсөн Осрашыу сатырына ингән саҡта, Килешеү һандығына ябылған ҡапҡастың өҫтөндәге ике кируб араһынан үҙенә өндәшкән тауыш ишетер булды. Раббы шулай Муса менән һөйләшә ине.


– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.


Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!


Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Һарун һумала-майҙарҙы Раббы ҡаршыһында ҡуҙға һалһын һәм хуш еҫле төтөн болото Килешеү һандығының ҡапҡасын ҡаплар. Шул саҡта Һарун үлмәҫ.


Уларға үҙҙәре өсөн түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.


Шунан Дауыт улы Сөләймәнгә ҡорамдың айуанының, биналарының, келәттәренең, өҫкө һәм эске бүлмәләрҙең, Килешеү һандығын һәм һандыҡтың гонаһтарҙан паклау ҡапҡасын ҡуяһы урындың һыҙмаларын бирә.


былай тип доға ҡылды: – Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы Раббы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың.


Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине.


Был ниәт буйынса имандаштар берҙәмлеге аша күктәге етәкселәр менән хакимдарға Уның күп яҡлы зирәк аҡылы мәғлүм булыр.


Улар – исраилдар, Алла уларҙы Үҙ балалары итте, уларға Үҙенең шөһрәтен күрһәтте, улар менән килешеүҙәр төҙөнө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен өйрәтте, вәғәҙәләр бирҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios