Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 9:22 - Изге Яҙма

22 Ҡанун бөтә нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

22 Ҡанун бөтөн нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Ҡанун бөтә нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 9:22
14 Referencias Cruzadas  

Сөнки һәр йән эйәһенә уның ҡаны йәшәү бирә. Шуға күрә Мин уны, йәнегеҙҙе пакландырыу өсөн, ҡорбан усағына килтерергә ҡуштым; йәшәү биргәнгә күрә, ҡан йәнде пакландыра.


Ҡаһин был кешене Раббы хозурында гонаһынан паклар һәм уның ғәйебе ярлыҡаныр.


Ҡорбан килтереүсе, ҡорбандың бөтә майын, татыулыҡ ҡорбаны булған һарыҡ бәрәсенең майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында Раббыға ут ҡорбаны итеп яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


Гонаһ ҡылған кеше ҡаһинға ғәйеп ҡорбаны итеп ваҡ малдан кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш. Ҡаһин уны белмәйенсә эшләгән ғәйебенән паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


Ҡаһин, ғәйеп ҡорбанының ҡанын алып, таҙарыныусының уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына һөртһөн.


Ә ул үҙе икенсе тере ҡошто, кедр таяғын, ут-ҡыҙыл епте һәм майағасты шишмә һыуы өҫтөндә салынған ҡоштоң ҡанына манһын да


Бынан һуң ҡаһин икенсе ҡошто, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, ҡағиҙәгә ярашлы ғәмәл ҡылыр. Шул рәүешле ҡаһин, гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, ул кешене ҡылған гонаһынан паклар һәм был кеше ярлыҡаныр.


Тәкәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы кеүек үк, ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр.


Гонаһ ҡорбаны булған башмаҡ менән нисек эшләнгән, был башмаҡ менән дә шулай эшләнһен. Шул рәүешле ҡаһин халыҡ өсөн паклау йолаһын башҡарыр һәм улар ярлыҡаныр.


Ғәйеп ҡорбаны булған бәрәсте салһын. Ҡорбандың ҡанын алып, таҙарыныусы кешенең уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына һөртһөн.


Уны ҡаһинға бирһен. Ҡаһин, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа, усаҡта, Раббы өсөн ут ҡорбандары өҫтөндә яндырыр. Был – гонаһ ҡорбаны.


Әгәр ҙә ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алырға хәленән килмәһә, эшләгән гонаһы өсөн иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. Әммә уның өҫтөнә зәйтүн майы ҡоймаһын, хуш еҫле сайыр ҙа һалмаһын, сөнки был – гонаһ ҡорбаны.


Теге кеше миңә әйтте: – Эй әҙәм улы, Раббы Хаким былай ти: «Ҡорбан усағын яһағандан һуң, унда тотош яндырыу ҡорбаны килтереү һәм ҡан һирпеү ҡағиҙәләре бына былай:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios