Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 9:18 - Изге Яҙма

18 Шуның өсөн тәүге килешеү ҙә ҡандан башҡа ғәмәлгә аша алманы.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

18 Шуның өсөн тәүге килешеү ҙә ҡандан башҡа ғәмәлгә аша алманы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Шуның өсөн тәүге килешеү ҙә ҡандан башҡа ғәмәлгә аша алманы.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 9:18
8 Referencias Cruzadas  

Ҡанун бөтә нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай.


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


Шунан бер бәйләм майағас үләнен һауытҡа ағыҙып алынған ҡанға манып, ошо ҡанды ишектең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөгөҙ. Иртәнгә тиклем бер кем дә өйөнән сыҡмаһын.


Шунан Һарундың улдарын алға сығарҙы. Уларҙың да уң ҡолаҡтарының осона, уң ҡулдарының һәм уң аяҡтарының баш бармаҡтарына ҡан һөрттө. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының яҡ-яғына һирпте.


Васыят, ысынлап та, үлем һуңынан ғына ғәмәлгә инә: уны яҙған кеше тере саҡта бер ниндәй ҙә көсө булмай.


Муса, ҡанун күрһәтмәләренең бөтөнөһөн дә халыҡ алдында уҡып сыҡҡас, ут-ҡыҙыл йөн һәм майағас алып, шулар менән бөтә халыҡҡа ла, ҡанун яҙылған төргәккә лә һыу һәм быҙау, кәзә ҡаны һирпеп сыҡҡан.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios