Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 9:14 - Изге Яҙма

14 Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

14 Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 9:14
76 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


Ул Иң мөҡәддәс урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Уның яралары һеҙгә сихәт бирҙе.


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп, Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


Ул, бүтән баш ҡаһиндар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе.


Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған


Шуға күрә Мәсих тәғлимәтенең башланғыс өлөшөн ҡалдырып, камилырағына күсәйек. Үлемгә килтереүсе эштәрҙән тәүбә итеүгә, Аллаға инаныуға, шулай уҡ һыуға сумдырыу йолаларын өйрәтеү, фатихалап баштарына ҡулдарын ҡуйыу, үлгәндәрҙең терелеүе һәм мәңгелек хөкөм тураһындағы тәғлимәткә яңынан нигеҙ һалмайыҡ.


Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да яуызлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, сөнки һеҙ үле инегеҙ, инде хәҙер яңы тормошҡа эйәһегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм ағзаларығыҙҙы тәҡүәлек ҡоралы итеп, Аллаға тапшырығыҙ.


Мәсихтең кеше гонаһтарын Үҙенә алыр өсөн килгәнен һеҙ беләһегеҙ. Ә Ул Үҙе гонаһһыҙ.


Әммә инде гонаһтан азат ҡылынып Алла ҡолдары булғас, бының емеше һеҙҙең өсөн – изгелек, ә һөҙөмтәһе – мәңгелек тормош.


Әммә Раббы – хаҡ Алла! Ул – тере Алла, мәңгелек Батша. Асыуланғанында ер тетрәнә, Халыҡтар сыҙамай ярһыуына.


Әгәр ҙә ҡанун быны эшләй алһа, артабан ҡорбан килтерелмәҫ ине, сөнки Аллаға ғибәҙәт ҡылыусылар бер тапҡыр таҙарыныу менән бүтәнсә үҙҙәренең гонаһтары өсөн ғәйеп тоймаҫтар ине.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


беҙгә, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләргә, Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Әгәр уларҙың абыныуҙары – донъяға, ә юғалтыуҙары бүтән халыҡтарға байлыҡ килтерә икән, Исраил халҡының Мәсихте ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәндән һуң, байлыҡ ни тиклемгә күберәк артыр!


Ул беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарғас, бер кемдән дә ҡурҡмайынса,


Изге Яҙмала яҙылғанса: «Ул гонаһ ҡылманы, ауыҙынан ялған сыҡҡаны булманы».


Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән-мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.


Алла өсөн йәшәйем тип, мин ҡанун аша ҡанунға ҡарата үлдем. Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландым.


Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән.


Әгәр һин, ҡырағай зәйтүн ағасынан ҡырҡылып, баҡсала үҫкән зәйтүн ағасына тәбиғи булмағанса ялғанғанһың икән, ул саҡта һындырылған тәбиғи ботаҡтар үҙ ағасына яңынан тағы ла еңелерәк ялғаныр.


Уның күренмәгән сифаттары – мәңгелек ҡеүәте һәм илаһилығы – донъя яратылғандан алып Ул бар иткән нәмәләр аша асыҡ аңлашыла һәм күренә. Шулай булғас, ул кешеләрҙең аҡланырға нигеҙе юҡ.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне. Ул Мине әсирҙәргә – ирек, һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе азат итергә


Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде, – тине.


Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.


Зәғиф мал килтермәгеҙ, сөнки бындай ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк.


Яҡуп үлер алдынан Йософтоң улдарының һәр береһенә иман аша фатиха бирҙе һәм таяғына таянған килеш Аллаға табынып баш эйҙе.


Бының бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар: бүләктәр һәм ҡорбандар килтереү менән ғибәҙәт ҡылыусының выжданы сафлана алмай.


– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙы. – Беҙ – һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек һәм, ялған илаһтарҙан арынып, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, уларҙағы бөтә нәмәне бар ҡылған тере Аллаға килеүегеҙҙе теләйбеҙ.


Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Аллаң Раббыға ҡорбанға кәмселекле, зәғиф үгеҙ йәки һарыҡ салма, сөнки ул – Аллаң Раббыға ерәнгес.


Сатырҙың эске өлөшөнә иһә бары тик баш ҡаһин ғына йылына бер тапҡыр инә. Ул мотлаҡ рәүештә үҙе менән ҡорбан ҡанын алып инә. Был ҡанды үҙенең һәм халыҡтың белмәйенсә ҡылған гонаһтары өсөн килтерә.


әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла йортонда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген белергә тейешһең.


Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ тере һәм хаҡ Аллаға хеҙмәт итеү һәм күктәрҙән Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды. Ғайса беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.


Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендерер, эй иманы аҙҙар.


Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит.


Әгәр ҙә Мин Алла Рухы менән ендәрҙе ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.


Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға яҡшы нәмәләрҙе һис шикһеҙ бирәсәк.


хәҙер һеҙҙән – бер ғәйепһеҙ кешене өйөнә инеп, түшәгендә үлтереп сыҡҡан йүнһеҙ бәндәләрҙән – уның ҡаны өсөн ҡон ҡайтармам, ер йөҙөнән юҡ итмәм, тип уйлайһығыҙмы?


Һыйынысың – әүәлдәрҙән булған Алла, Мәңгелек ҡулдар күтәреп йөрөтә һине. Дошманыңды алдыңдан ҡыуыр, Һиңә: «Уларҙы юҡ ит!» – тип ҡушыр.


Яңы ай башында ике үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәсте Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерегеҙ, малдар кәмселекһеҙ булһын.


Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.


Әгәр ул малдың берәй кәмселеге булһа (аҡһаҡмы, һуҡырмы, башҡа төрлө зәғифлеге бармы), ул саҡта был малды Раббыға ҡорбан итеп килтермә.


Уларға әйт: «Һеҙ Раббыға бирергә тейешле ут ҡорбаны ошо: Раббыға даими тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, һәр көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс килтерһендәр.


Һис бер йәбер-золом ҡылмаһа ла, Ауыҙынан ялған сыҡмаһа ла, Ҡәберен залимдар янында бирҙеләр, Үлгәс, байҙар янына ҡуйылды.


«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.


Хаҡһыҙлыҡты һыу һымаҡ һемергән, Ерәнгес, боҙоҡ әҙәмгә ышанырмы?


Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр! Йә Раббы, Һине, тере Алланы хурларға ебәргән Санхеривтың һүҙҙәрен ишет.


Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң?


Беҙҙең кеүек ут эсенән һөйләгән тере Алланың тауышын ишетеп тә, иҫән ҡалған йән эйәһе бармы?


Шәмбе көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс менән түкмә ҡорбан һәм эфаның ундан ике өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онона зәйтүн майы ҡушылған икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ.


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Сөнки мин һеҙҙең ниндәй тиҫкәре һәм фетнәсел булыуығыҙҙы беләм. Әле мин иҫән, арағыҙҙа саҡта Раббыға буйһонмайһығыҙ, ә мин үлгәндән һуң нимә булыр?


Был иркәк мал кәмселекһеҙ, бер йәшлек һарыҡ йәки кәзә бәрәсе булырға тейеш.


Эдом кешеһе Доег Шаулға барып: «Дауыт Ахимәләхтең өйөндә», – тип хәбәр биргәндән һуң сығарылған.


Раббы Хаким былай ти: «Беренсе айҙың беренсе көнөндә, кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ ҡорбан итеп, Изге торлаҡты пакла.


– Һин – Мәсих, тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Шимғон Петрус.


Йөрәктәрен иман аша сафландырып, улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырманы.


Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм тормош биреүсе Рух булды.


Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙә лә тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз, иманһыҙ йөрәк булмаһын.


Ул кешенең сығышына ҡағылған ҡанун бойороғо буйынса түгел, ә мәңгелек йәшәү көсө буйынса Ҡаһин булды.


Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде.


Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.


Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы.


Шуның кеүек үк Ғайса ла, халыҡты Үҙ ҡаны менән изгеләндерер өсөн, ҡала ҡапҡаһының тышында ғазап кисергән.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios