Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 8:2 - Изге Яҙма

2 Ул Изге йортта – кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

2 Ул Изге йортта – кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Ул Изге йортта – кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 8:2
15 Referencias Cruzadas  

Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.


Шуны әйтәм: ата-бабаларға бирелгән вәғәҙәләрҙе раҫлау өсөн, Алланың тоғролоғон күрһәтеү өсөн, Мәсих сөннәтлеләргә хеҙмәт итергә килде.


Муса тупламдан ситкәрәк китеп сатыр ҡорҙо һәм уны «осрашыу сатыры» тип атаны. Раббынан берәй нәмә һорарға теләгән һәр кем тупламдан ситтә ҡоролған ул сатырға килә ине.


Ибраһим, рәссамы ла, төҙөүсеһе лә Алла булған ныҡ нигеҙле ҡаланы көтөп алған.


Беҙҙең Алла йорто башында тороусы бөйөк Ҡаһиныбыҙ бар.


Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы башҡарған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең хакимлығынан азат ителдегеҙ.


– Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине.


Һарун был кейемде ҡаһин хеҙмәтен үтәгәндә кейһен. Ул изге урынға, Раббы хозурына, кергәндә һәм сыҡҡанда ҡыңғырауҙарҙың сыңлауы ишетелеп торһон, юҡһа ул харап буласаҡ.


Ағайың Һарунды, уның улдары Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамарҙы исраилдар араһынан яныңа саҡырып ал. Улар Минең ҡаһиндарым булһын.


Торлағым Изге сатырҙы һәм ундағы бөтә нәмәне Мин һиңә күрһәтәсәк өлгө буйынса эшлә.


Беренсе килешеүҙең ғибәҙәт ҡылыу хаҡындағы күрһәтмәләре һәм ерҙәге Изге йорто бар ине.


Һәр ҡаһин, көн һайын үҙ хеҙмәтен үтәп, ҡабат-ҡабат бер төрлө ҡорбандар килтерә, әммә был ҡорбандар бер ваҡытта ла гонаһтарҙы юҡҡа сығара алмай,


Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios