Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 6:8 - Изге Яҙма

8 Ә инде сәнскәк тә ҡый үләндәре үҫкән ерҙең файҙаһы юҡ, уға ҡарғыш янай һәм ахыр килеп уны яндыралар.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

8 Ә инде сәнскәк һәм башҡа ҡый үләндәре үҫкән ерҙең файҙаһы юҡ, уға ҡарғыш янай һәм аҙаҡтан ул яндырылып юҡҡа сыға.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Ә инде сәнскәк тә ҡый үләндәре үҫкән ерҙең файҙаһы юҡ, уға ҡарғыш янай һәм ахыр килеп уны яндыралар.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 6:8
26 Referencias Cruzadas  

Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар.


Раббы көслө ярһыу, тыйғыһыҙ нәфрәт менән уларҙы илдәренән ҡыуып сығарып ебәрҙе һәм бөгөнгөләй башҡа ерҙәргә һөрҙө».


Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы.


Һеҙ беләһегеҙ, һуңынан ул фатиха алырға теләгән, ләкин кире ҡағылған. Был хаҡта күҙ йәштәре аша һораһа ла, булған хәлде бер нисек тә үҙгәрттерә алмаған.


Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын ялмап юҡ итәсәк ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡала.


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


Петрус иһә, кисәге хәлде хәтерләп, Ғайсаға: – Остаз! Ҡара әле, Һин ҡарғаған инжир ағасы ҡороған, – тине.


Ғайса ағасҡа: – Бынан ары емешеңде мәңге һис кем ашамаһын! – тине. Шәкерттәре быны ишетеп торҙо.


Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып утҡа ташлайҙар.


Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.


– Бына тиҙҙән ҡыҙыу мейес кеүек көйҙөрөр көн килеп етер. Бөтә тәкәбберҙәр һәм яуызлыҡ ҡылыусылар һалам булыр, киләһе ул көн һәр береһен үртәп бөтөр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – уларҙан тамыр ҙа, ботаҡ та ҡалмаҫ.


Негев урманына әйт: «Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал, Раббы Хаким былай ти: „Бына Мин һиңә ут төртәм. Ул бөтә ағастарҙы – йәшәреп ултырғанын да, ҡороғанын да – ялмаясаҡ. Дөрләгән ялҡын һүнмәйәсәк, һәм көньяҡтан төньяҡҡа тиклем бөтәһенең дә йөҙҙәре өтөләсәк.


Ул далалағы сәнскәк кеүек булыр, Яҡшылыҡтың килгәнен күрмәҫ. Сүлдәге ташлы ерҙәрҙә, Тоҙло тупраҡта, кешеһеҙ урында ғүмер һөрөр.


Баҫыуымда бойҙай урынына сәнскәк, Арпа урынына алабута үҫһен». Ошонда Әйүптең һүҙе тамамланды.


Ләмәх уға Нух тип исем бирҙе һәм: «Раббы ҡәһәрләгән тупраҡты эшкәртеп ҡулдарыбыҙ талсыҡҡанда, ул беҙгә йыуаныс бирер», – тине.


Туғаныңдың һинең ҡулың менән түгелгән ҡанын йотор өсөн ауыҙын асҡан тупраҡ һине ҡәһәрләй.


Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!


Әгәр уға ҡағылыр булһалар, Ҡулдарына йә тимер нәмә, йә һөңгө һабы алырҙар. Шул ерҙә үк утта яндырырҙар».


Миндә асыу юҡ! Ләкин ул сәнскәк менән билсән үҫтерһә, Уға ҡаршы яу асырмын, Тотош утта яндырырмын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios