Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 6:7 - Изге Яҙма

7 Күп тапҡыр ямғыр яуып, дымды үҙенә һеңдергән ер үҙен эшкәрткән кешегә уңыш бирһә, Алла фатихаһын ала.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

7 Күп тапҡыр ямғыр яуып, дымды үҙенә һеңдергән ер, кем тарафынан эшкәртелеп, файҙалы уңыш бирһә, шул Алла фатихаһын ала.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Күп тапҡыр ямғыр яуып, дымды үҙенә һеңдергән ер үҙен эшкәрткән кешегә уңыш бирһә, Алла фатихаһын ала.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 6:7
17 Referencias Cruzadas  

Хаҡлыҡ хаҡына сәсегеҙ, мөхәббәт урырһығыҙ. Сиҙәм ерҙе күтәрегеҙ, Сөнки Раббыны эҙләргә ваҡыт: Ул килер ҙә һеҙҙең өҫкә Ямғыр итеп хаҡлыҡ яуҙырыр.


Сарсаған тупраҡты һуғарырмын, Ҡоро ерҙә шишмәләр ағыҙырмын; Тоҡомоңа Рухымды түгермен, Затыңа фатихамды яуҙырырмын.


Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуғанын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул!


Уларҙың үҙҙәренә лә, әйләнә-тирәләге ҡалҡыулыҡтарыма ла бәрәкәт күндерермен. Ямғырҙарҙы ваҡытында яуҙырырмын, улар хәйер-фатиха ямғырҙары булыр.


Хаҡлыҡ юлынан алып бар мине, өйрәт; Мине ҡотҡарыусы Аллам бит Һин. Ышанысым һәр саҡ Һиндә генә.


алтынсы йылда һеҙгә Үҙемдең бәрәкәтемде күндерермен һәм ер һеҙгә өс йылға етерлек уңыш бирер.


Ҡорамымда ризыҡ булһын – Бөтә ғөшөрҙө келәткә килтерегеҙ. Мине шуның менән һынағыҙ: Һеҙҙең өсөн күк ҡабағын асмаҫмынмы, Фатиханы самаһыҙҙан ҡоймаҫмынмы? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Яҡуп яҡын килеп атаһын үпте, кейеменән сыҡҡан еҫте һиҙеп, Исхаҡ уны ошо һүҙҙәр менән бәхилләне: – Улым еҫе – Раббы фатихалаған яландар еҫе,


Алла: «Ерҙән үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫеп сыҡһын, орлоҡтары ергә сәселһен», – тине. Шулай булды.


Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.


Тир түгеп эшләгән игенсе үҙенең хеҙмәт емешенең өлөшөн беренсе булып алырға тейеш.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios