Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 6:13 - Изге Яҙма

13 Ибраһимға вәғәҙә биргәндә Алла, ант итерлек Үҙенән бөйөгөрәк бер кем дә булмағас, Үҙенең барлығы менән ант итә.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

13 Алла, Ибраһимға вәғәҙә биргәндә, ант итерлек бөйөгөрәк бер кем дә булмағанлыҡтан, Үҙе менән ант итә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Ибраһимға вәғәҙә биргәндә Алла, ант итерлек Үҙенән бөйөгөрәк бер кем дә булмағас, Үҙенең барлығы менән ант итә.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 6:13
15 Referencias Cruzadas  

Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Мин Үҙемдең барлығым менән ант итәм, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ғәҙел, ул бушҡа сыҡмаҫ: „Минең алда һәр кем теҙ сүгәсәк, Һәр тел Минең исемем менән ант итәсәк!“


Ә инде был бойороҡтарымды үтәмәһәгеҙ, исемем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – был һарай харабаға әйләнер“».


Ләкин, Мысыр ерендә йәшәгән бөтә Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: Мин Үҙемдең бөйөк исемем менән ант итәм! – ти Раббы. – Бүтәнсә Йәһүҙәнең Мысыр ерендә йәшәгән халҡынан һис кем, исемемде ауыҙына алып, „Тере Раббы Хаким шаһит!“ тип ант итмәйәсәк.


Сөнки Үҙем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – Босра ҡалаһы харабаға, ҡурҡыныс урынға әйләнер, хурлыҡҡа ҡалыр һәм ләғнәткә дусар булыр, эргә-тирәһендәге ҡалалар ҙа мәңгелек бушлыҡҡа әйләнер.


Мул һыулы йылғалар янында утлаған Барлыҡ мал-тыуарын бөтөрөрмөн; Бынан ары кеше аяғы ла, мал тояҡтары ла Ошо һыуҙарҙы болғатып бысратмаҫ.


Яҡупҡа, зинһар, тоғро була күр, Ибраһимға гелән яҡшылыҡ ҡыл. Әүәл Һин бит беҙҙең ата-бабаларға Тап шулай тип ант иткәнһең.


атабыҙ Ибраһимға биргән антын – иҫендә тота:


Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай.


Әгәр ҙә Алла вәғәҙә иткән нәмә ҡанунды үтәүгә бәйле булһа, ул инде вәғәҙәгә бәйле булмай бит. Ибраһимға иһә Алла уны вәғәҙә аша бүләк иткән.


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios