Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 5:11 - Изге Яҙма

11 Был турала күберәк тә һөйләй алыр инек, ләкин беҙ һөйләгәндәрҙе ишетмәй башланығыҙ, шунлыҡтан аңлатыуы ҡыйын.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

11 Был турала күберәк тә һөйләй алыр инек, ләкин беҙ һөйләгәндәрҙе ауыр аңлай башланығыҙ, шунлыҡтан аңлатыуы ҡыйын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Был турала күберәк тә һөйләй алыр инек, ләкин беҙ һөйләгәндәрҙе ишетмәй башланығыҙ, шунлыҡтан аңлатыуы ҡыйын.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 5:11
12 Referencias Cruzadas  

Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан, ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен дә йомған. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Был хаҡта ул бөтә хаттарында яҙа. Әммә уның хаттарында аңлауы ауыр булған ҡайһы бер урындар бар. Наҙандар һәм иманда тотороҡһоҙ кешеләр, башҡа Изге Яҙмаларҙы боҙған кеүек, был урындарҙы ла боҙоп аңлата. Шуның менән үҙҙәрен һәләкәткә дусар итә.


Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан. Ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен дә йомған. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Һеҙгә әйтәһе һүҙҙәрем бик күп, әммә хәҙер һеҙ уларҙы ҡабул итә алмаҫһығыҙ.


Ул был һүҙҙәрҙе Филиппусты һынар өсөн генә әйтте, асылда нимә эшләйәсәген белә ине инде.


Шул саҡ Ғайса уларға былай тине: – Ниңә шулай аңһыҙһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәргә ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә!


– Әле һаман да аңламайһығыҙмы? – тине Ғайса.


Күҙҙәре күрмәһен, ҡолаҡтары ишетмәһен, Аҡылдары аңламаһын, Миңә боролоп, шифа тапмаһындар өсөн Был халыҡтың аҡылын томала, Ҡолаҡтарын һаңғыраулат, Күҙҙәрен йомдор.


Шева батшабикәһе Сөләймәндең Раббы исеме арҡаһында ҡаҙанған шөһрәте тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килде.


Ул Алла тарафынан Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге Баш Ҡаһин итеп билдәләнде.


Һеҙ күптән инде үҙегеҙ өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙҙе һаман Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтергә кәрәк. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios