Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 3:10 - Изге Яҙма

10 Шуның өсөн был быуынға асыуым килде лә „Уларҙың йөрәктәре һәр саҡ аҙаша, юлдарымды танымайҙар“, – тинем.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

10 Шуның өсөн был быуынға асыуым килде һәм Мин: „Уларҙың күңелдәре һәр саҡ яңылыша, улар Мин күрһәткән юлдарҙы белмәне“, – тинем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Шуның өсөн был быуынға асыуым килде лә „Уларҙың йөрәктәре һәр саҡ аҙаша, юлдарымды танымайҙар“, – тинем.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 3:10
20 Referencias Cruzadas  

Ҡәүемдәргә: «Раббы – батша!» – тип иғлан итегеҙ. Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ. Раббы халыҡтарға хаҡ хөкөм ҡылыр.


Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки һеҙҙе йолоп алып ҡалыу көнө өсөн тамғаланған мөһөр – нәҡ Үҙе.


«Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй».


Ата-бабаларыбыҙҙың гонаһтарын таҡма беҙгә. Рәхим-шәфҡәтеңде күрһәтә һал – Беҙ бөтөнләй көсһөҙләнеп киттек.


Ҡалҡһын Алла, таралһын дошмандары, Хозурынан ҡасһын Уға асыу тотҡандар!


Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар.


Әммә улар баш күтәреп Уның Изге Рухын рәнйеттеләр. Шуға күрә Ул уларға дошман булды, Уларға ҡаршы һуғышты.


Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙә лә тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз, иманһыҙ йөрәк булмаһын.


Мин хәҡиҡәтте һөйләгәнгә күрә, һеҙ Миңә ышанмайһығыҙ.


Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты.


Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр ҙә Иҫерешеп тәнтерәкләп йөрөп ята. Уларҙы шарап еңгән, хәмер аҡылдарын алған. Улар күргән күренмештәр ялған, Хөкөмдә сығарған ҡарарҙары яңылыш.


Улар сит илаһтарҙан баш тартты һәм Раббыға хеҙмәт итә башланы. Раббы, Исраил халҡының михнәттәрен күреп, бүтәнсә түҙә алманы.


Ә минең ялғанлауым арҡаһында Алланың хаҡлығы, асығыраҡ күренеп, Уның данын арттыра икән, ни өсөн һуң әле мин гонаһлы тип хөкөм ителәм?


Раббы ерҙә кешене яратыуына үкенде һәм йөрәге әрнене.


Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.


Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең был икәүгә асыуы килде.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios