Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 13:6 - Изге Яҙма

6 Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә: «Раббым – минең Ярҙамсым, шуға ла ҡурҡмайым. Әҙәм миңә нимә ҡыла ала?» – тип әйтә алабыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

6 Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә: «Раббым – минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын. Кеше миңә нимә эшләй алһын?» – тип әйтә алабыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә: «Раббым – минең Ярҙамсым, шуға ла ҡурҡмайым. Әҙәм миңә нимә ҡыла ала?» – тип әйтә алабыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 13:6
29 Referencias Cruzadas  

Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.


Күктән ярҙамын ебәреп, Ул мине ҡотҡарыр, Эҙәрләүселәрҙе рисуай итер. Села Миңә мөхәббәтен һәм тоғролоғон күндерер.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Дошмандарҙың тауышынан, Залимдарҙың иҙеүенән. Сөнки мине ғазапҡа һалдылар, Ажарланып өҫтөмә ябырылдылар.


Тәҡүәләрҙең ҡайғылары күп булһа ла, Раббы барыһынан да ҡотҡарыр.


Баштарында уларҙың – яуызлыҡ ҡылыу, «Бик шәп хәйлә уйлап таптыҡ!» – тиҙәр. Ысынлап та, кеше күңелендә нимә ята – Быны һис белерлек түгел.


Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.


Беҙ Мәсихтә Уға инаныуыбыҙ аша тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә Аллаға яҡынлаша алабыҙ.


Эй Исраил, ниндәй бәхетле һин! Бармы һинең кеүек берәй ҡәүем? Һин Раббы ҡотҡарған халыҡ, Ул – һине һаҡлаған ҡалҡан, Ул – һинең данлы ҡылысың. Дошмандарың алдыңда баш эйә, Һин уларҙың арҡаһын тапарһың.


„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.


Ҡотҡар халҡыңды, Биләмәң булған халҡыңа фатиха бир. Уларға көтөүсе бул, Һәр саҡ ҡул осоңда йөрөт!


Ул китек күңелдәрҙе бөтәйтә, Йәрәхәттәрҙе бәйләй.


Эй Йешурун, һинең Аллаңдай юҡ! Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән һиңә ярҙамға Болотҡа атланып күктән елә.


«Атам Аллаһы ярҙамға килеп, мине фирғәүен ҡылысынан ҡотҡарҙы» тип икенсеһенә Әлиғәзәр тигән исем бирҙе.


Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң мөҡәддәс урынға инә алабыҙ.


– Ҡурҡма, атайым Шаул һине таба алмаясаҡ. Исраилда һин батшалыҡ итәсәкһең, ә мин һинән ҡала икенсе кеше булырмын. Быны атайым Шаул да белә, – тине.


Ильясҡа Раббы һүҙе иңде:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios