Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 12:3 - Изге Яҙма

3 Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе кисергән Ғайса тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

3 Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе Кисереүсе тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе кисергән Ғайса тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 12:3
46 Referencias Cruzadas  

Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ.


Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Киреһенсә, тәнебеҙ сереп тарҡала барһа ла, асылыбыҙ көндән-көн яңыра.


Һинең сыҙам икәнлегеңде беләм, Минең исемем хаҡына күпте кисерһәң дә, аяҡтан йығылманың.


Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Ҡаһины Ғайса тураһында ентекләп уйлағыҙ.


Алла мәрхәмәте аша беҙгә шундай хеҙмәт тапшырылғанлыҡтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ.


Был эште шәмбе көн башҡарғаны өсөн, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны эҙәрләй башланы.


Тик Раббынан ҡурҡығыҙ, Уға бөтә йөрәктән тоғро хеҙмәт итегеҙ. Уның һеҙҙең өсөн ниндәй бөйөк эштәр башҡарғанын аңлағыҙ!


Атай кеше Үҙ улдарына өндәшкән һымаҡ, Алланың һеҙгә: «Улым, Раббының һабағына битараф булма, Ул ғәйебеңде күрһәткәндә күңелеңде төшөрмә.


Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барҙы. Ундағыларҙың барыһы ла Ғайсаны диҡҡәт менән күҙәтте.


Былай тиһен: «Тыңла, Исраил! Бөгөн дошмандарығыҙ менән һуғышҡа инәсәкһегеҙ. Ғәйрәтегеҙҙе юғалтмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушамағыҙ. Өркмәгеҙ уларҙан!


Һеҙ иһә, имандаштар, яҡшылыҡ эшләүҙән арымағыҙ.


Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты: – Иң баш ҡаһинға Һин шулай яуап бирәһеңме?


– Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәненә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең.


Хәлдән тайғанға һүҙем менән таяныс булһын тип, Раббы Хаким миңә аҡыл эйәләренең телен бирҙе. Мин уҡыусы һымаҡ тыңлаһын тип, Һәр иртә һайын ҡолағымды уята.


Бәлә килгәндә тәҡәтһеҙ ҡалаһың икән, тимәк, көс-ҡеүәткә ярлыһың.


Шул саҡ йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшенде лә Алла йортонан сығып китте.


– Һин Үҙең тураһында Үҙең шаһитлыҡ ҡылаһың. Һинең шаһитлығың хаҡ түгел, – тине Уға фарисейҙар.


Халыҡ араһында Уның хаҡта һүҙ күп ине. Берәүҙәр: «Ул – яҡшы Кеше», – тине, икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө.


Аҡса яратҡан фарисейҙар, быларҙы ишетеп, Ғайсанан мыҫҡыллап көлдөләр.


Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранды.


Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башланы: – Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала?


Шимғон, уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала Исраилда күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булыр һәм Алланан бирелгән илаһи билдә булып торор. Был билдәне күптәр кире ҡағыр,


Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә, тип мәкер ҡорҙо.


Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты, сөнки халыҡ Ғайсаны пәйғәмбәр тип һанай ине.


Ғайса Алла йортона инеп аң-белем биргәндә, янына баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары килде. Улар: – Быларҙы Һин ниндәй вәкәләт менән эшләйһең? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны.


– Ни өсөн Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы боҙа: ашар алдынан ҡулын йыумай? – тип һоранылар.


Быны ишетеп фарисейҙар: – Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр.


Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла аҡылының хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.


Уның янында торған ҡайһы бер фарисейҙар быны ишеткәс: – Беҙҙе лә һуҡырға һанамайһыңдыр бит? – тип һоранылар.


Араларынан күпселек: – Уға ен эйәләшкән, Ул һаташа. Ниңә Уны тыңлайһығыҙ? – тине.


Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios