Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 11:26 - Изге Яҙма

26 Ул үҙен көткән әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

26 Ул буласаҡ әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Ул үҙен көткән әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 11:26
29 Referencias Cruzadas  

Иманлы булмай тороп, Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.


Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ.


Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм.


Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки шөһрәт Рухы, Алла Рухы – һеҙҙә.


Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлауһыҙлыҡ тейешле язаһын алды.


көйөндөрһәләр ҙә, һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлы булһаҡ та, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ булмаһа ла, бөтә нәмәгә эйәбеҙ.


ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө һиңә әжере ҡайтарылыр.


Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай уҡ эҙәрләнеләр.


Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.


Инде өмөтөм Һиндә, йә Раббы, Яуап ҡайтарырһың, Хакимым Аллам!


Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк шөһрәт тураһында алдан күреп әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен аңларға тырышҡан.


Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, тупламдан ситкә, Уның янына сығайыҡ.


Һеҙҙе ҡайһы саҡта халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр, ҡайһы саҡта һеҙ шул хәлдәрҙе кисергән кешеләр менән иңгә-иң терәшеп торҙоғоҙ.


Элек үҙем өсөн табыш тип һанаған нәмәләрҙең Мәсих хаҡына юғалтыу икәнлеген әле килеп аңланым.


Уның саҡырыуы һеҙҙә ниндәй өмөт уятҡанын, изгеләргә Алланың вәғәҙә иткән өлөшө ни тиклем мул һәм данлы булыуын беҙҙә, иман тотоусыларҙа, хәрәкәт итеүсе ҡеүәттең сағыштырғыһыҙ бөйөк икәнен таныуығыҙҙы теләп, Ул йөрәктәрегеҙҙе яҡтыртһын өсөн доға ҡылам. Был иң бөйөк ҡеүәт


Илселәр, Ғайса исеме хаҡына кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып китте.


Пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр булғаны өсөн ҡабул иткән кеше пәйғәмбәргә лайыҡ әжер алыр. Тәҡүә кешене тәҡүә булғаны өсөн ҡабул итеүсе тәҡүә кешегә лайыҡ әжер алыр.


Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.


Тыңлағыҙ Мине, хаҡлыҡты белеүселәр, Ҡарар-ҡанунымды йөрәгендә йөрөткән халыҡ! Кешеләрҙең хурлауынан ҡурҡмағыҙ, Мәсхәрәләренән хафаға ҡалмағыҙ.


Сөнки алда киләсәк бар, өмөтөң бушҡа сыҡмаҫ.


Яман әҙәмдең ҡаҙанышы – алдатҡыс, игелек иккәндең әжере ышаныслы.


Ҡылған игелегең өсөн Раббы һиңә рәхмәтен бирһен! Исраил Аллаһы Раббының ҡанаты аҫтына һыйынырға тип килгән һине Раббы Үҙе бүләкләһен, – тине.


Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Асылда улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны.


Шуның кеүек, һеҙҙең берегеҙ ҙә, бөтә нәмәһенән баш тартмаһа, Минең шәкертем була алмаясаҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios