Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 10:30 - Изге Яҙма

30 «Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен» һәм тағы «Раббы Үҙ халҡын хөкөм итәсәк» тип Әйтеүсене беҙ беләбеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

30 «Үс алыу – Минең эшем, Үҙем ҡайтарып бирәсәкмен», – тигән һәм: «Раббы Үҙ халҡын хөкөм итәсәк», – тип Әйтеүсене беҙ беләбеҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 «Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен» һәм тағы «Раббы Үҙ халҡын хөкөм итәсәк» тип Әйтеүсене беҙ беләбеҙ.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 10:30
18 Referencias Cruzadas  

Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы».


Раббы – көнсөл, үс алыусы Алла. Үсле Алла ярһыу менән тулы, Үҙ дошмандарынан үс ала Ул, Ҡаршы сыҡҡандарҙы аяп тормай.


Ғәйебемде ныҡлап йыуып ағарт, Гонаһымдан мине, зинһар, таҙарт.


сөнки тәндә саҡта ҡылған яҡшы йә яман эштәребеҙгә ҡарата һәр кем үҙенә тейеште алһын өсөн, бөтәбеҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.


Исраилдарҙы уртаһынан сығарҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Хакимлыҡ итеүсе һинең мәнфәғәтең өсөн Аллаға хеҙмәт итә. Әгәр яуызлыҡ ҡылаһың икән – унан ҡурҡ, юҡҡа ғына ҡылыс тағып йөрөмәй бит. Ул, Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларҙы Алланың асыуына дусар итеп яза бирә.


Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын, Аллабыҙҙың үс аласаҡ көнөн белдерергә, Хәсрәтлеләрҙе йыуатырға,


Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны! Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында, Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс!


Шуға күрә, эй Исраил нәҫеле, һеҙҙең һәр берегеҙҙе тотҡан юлығыҙға ҡарап хөкөм итәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тәүбәгә килегеҙ! Гонаһығыҙ абыныу ташы булмаһын өсөн бөтә енәйәттәрегеҙҙән ваз кисегеҙ.


«Һеҙ, эй Минең көтөүем, – Раббы Хаким шулай ти, – һарыҡ менән һарыҡ араһында, һарыҡ тәкәләре менән кәзә тәкәләре араһында Үҙем хөкөм йөрөтәсәкмен.


Эйе, Мин үс алыу көнөн тәғәйенләгәйнем, Халҡымды йолоп алыр йыл килде.


Ул дөрөҫлөктө һарайта итеп кейҙе, Ҡотолоу торҡаһын башына һалды, Үслек ябынсаһына уранды, Ярһыуына япма һымаҡ төрөндө.


Килегеҙ, Раббыға һөйөнөшөп өндәшәйек, Беҙҙе ҡотҡарыусы ҡаябыҙға Ҡыуанышып йырлашайыҡ.


Үҙ халҡыңдан булған бер кемдән дә үс алма, һис кемгә ҡарата кенә тотма. Яҡыныңды үҙеңде яратҡан һымаҡ ярат. Мин – Раббы.


Ә әле, эй хакимым, тере Раббы ла, һин дә шаһит: ҡан ҡойоуҙан, үҙ ҡулың менән үс алыуҙан тыйып ҡалған Раббы дошмандарыңды һәм һин хакимыма ҡарата күңелдәрендә асыу-мәкер һаҡлаусыларҙың барыһын да Навал һымаҡ итһен!


Тере Раббы шаһит! Раббы уны үҙе язалар. Бәлки, көнө еткәс, ул үҙе үлер. Бәлки, яуҙа йығылыр ҙа юҡҡа сығыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios