Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 10:23 - Изге Яҙма

23 Беҙгә өмөт биргән иманды тотоуыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

23 Үҙебеҙ инанып асып һалған өмөткә тайпылышһыҙ тотонайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

23 Беҙгә өмөт биргән иманды тотоуыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 10:23
16 Referencias Cruzadas  

Һеҙҙе Саҡырыусы быны эшләйәсәк, сөнки Ул тоғро.


Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.


Ә Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар.


Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.


Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Улан булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк.


Тиҙҙән килермен. Тажыңды бер кем дә тартып алмаһын өсөн, үҙеңдә булғанды ныҡ тот.


Әммә һораған кеше ышанырға, тамсы ла шикләнмәҫкә тейеш, сөнки шик йөрөтөүсе ел әле бер, әле икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған.


Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана.


Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Ҡаһиныбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ иманыбыҙҙа ныҡ торайыҡ.


Сөнки беҙ – Мәсихтең арҡалаштары, тик баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торған хәлдә генә.


Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – минең яҡтылығым, ҡотҡарыусым, Кемдән ҡурҡайым мин? Раббы – тормошом ҡәлғәһе, Кемдән өркәйем мин?


Улар һәр иртә һайын яңыра. Һинең тоғролоғоң бөйөк, Раббым!


Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә күндәм булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Ҡаһины Ғайса тураһында ентекләп уйлағыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios