Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Еврейҙарға 10:19 - Изге Яҙма

19 Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң мөҡәддәс урынға инә алабыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Инжил

19 Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң изге урынға инә алабыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң мөҡәддәс урынға инә алабыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Еврейҙарға 10:19
20 Referencias Cruzadas  

Сөнки Уның аша ике яҡ өсөн дә уртаҡ Рух менән Атабыҙ янына барыр юлыбыҙ бар.


Ул Иң мөҡәддәс урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды.


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.


Беҙ Мәсихтә Уға инаныуыбыҙ аша тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә Аллаға яҡынлаша алабыҙ.


Мәсих беҙгә Алланың мәрхәмәт ишеген асып бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ.


Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ, ихтирам һәм ҡурҡыу менән Алла хуш күрерлек итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек,


Мөхәббәт беҙҙең арала камиллыҡҡа етте, шуға күрә ҡиәмәт көнөн беҙ ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ.


Һеҙ яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар иткән ҡоллоҡ рухын алманығыҙ, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Алла беҙгә ҡурҡыу рухы түгел, ә ҡеүәт, мөхәббәт һәм айыҡ аҡыл биргән бит.


Икенсе пәрҙә артында Иң мөҡәддәс тип аталған урын бар ине.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Ҡаһины Ғайса тураһында ентекләп уйлағыҙ.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Улан булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Ә гонаһтар ярлыҡанған икән, ҡорбан килтереү мохтажлығы юҡ инде.


Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios