25 Ләкин Эстер батша янына кергәс, тегеһе фарман сығарҙы һәм Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы яуыз уйы үҙ башына төштө: Һаманды улдары менән бергә дар ағасына аҫып ҡуйҙылар.
Кем башҡаға соҡор ҡаҙый, Шунда үҙе барып ҡолар.
Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.
Миңә ҡорған тоҙаҡтарҙан, Залимдарҙың ауҙарынан һаҡла.
Ахашверош батша Эстер батшабикәнән: – Быны эшләргә батырсылығы еткән кем ул? Ҡайҙа ул? – тип һораша башланы.
Әммә бер Мордехайҙан ғына үс алыуҙы үҙе өсөн түбәнселек һананы. Ул, Мордехайҙың ҡайһы халыҡтан булғанын белеп, Ахашверош батшалығындағы барлыҡ йәһүдтәрҙе, йәғни Мордехайҙың халҡын, юҡ итергә ниәтләне.
Сөнки һатылғанбыҙ беҙ – мин дә, минең халҡым да – ҡырылыуға, юҡ ителеүгә, һәләкәткә дусар ителгәнбеҙ! Әгәр ҙә беҙҙе ҡоллоҡҡа һатһалар, ҡол һәм ҡолиәләр итһәләр – ауыҙ ҙа асмаҫ инем, бындай аҙап өсөн батшаны борсоуҙы кәрәк тип тапмаҫ инем.
Әммә күҙҙәрем Һиндә, эй Раббы Хаким, Һиңә һыйынам, йәнемде хәүефкә дусар итмә!
– Ә ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – ҡаты урынға ҡағылған ҡаҙаҡ урынынан ҡутарылып сығасаҡ, йығыласаҡ, уға аҫылған йөк тә юҡ буласаҡ. Был – Раббы һүҙе.
Дауыт, Навалдың үлгәнен ишеткәс: – Мине хурлаған өсөн Навалға хөкөм ҡылған, мин ҡолон яуызлыҡ ҡылыуҙан ҡурсалап ҡалған Раббы мөбәрәк булһын. Навалдың яуызлығы үҙ башына төштө, – тине. Шунан Авигаилгә өйләнергә теләүен әйтеп яусылар ебәрҙе.
күктәрҙән ҡолаҡ һал да ҡолдарыңа хөкөмөңдө сығар: ғәйеплене яуапҡа тарттырып, ҡылғанына күрә язала, ғәйепһеҙҙең хаҡлығын күрһәт һәм хаҡлығының әжерен бир.
Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды.
Яуызлығы үҙенә әйләнеп ҡайтыр, Залимлығы үҙ башыңа төшөр.
Яман кеше үҙ яуызлығының ауына эләгә, гонаһтарының тоҙағына бәйләнә,
Кешегә соҡор ҡаҙған – үҙе төшөр, таш тәгәрәткән – уның аҫтында ҡалыр.
Ләкин Раббы көнө яҡынлаша, Барса ҡәүемдәргә хөкөм көнө! Үҙең ни ҡылһаң, һиңә шул булыр, Ғәмәлдәреңдең ҡоһоро үҙ башыңа төшөр.