6 Халҡымдың өҫтөнә ябырылған был афәткә нисек түҙәйем дә, ырыуымдың юҡҡа сығыуына нисек битараф ҡалайым? – тине.
Сөнки һатылғанбыҙ беҙ – мин дә, минең халҡым да – ҡырылыуға, юҡ ителеүгә, һәләкәткә дусар ителгәнбеҙ! Әгәр ҙә беҙҙе ҡоллоҡҡа һатһалар, ҡол һәм ҡолиәләр итһәләр – ауыҙ ҙа асмаҫ инем, бындай аҙап өсөн батшаны борсоуҙы кәрәк тип тапмаҫ инем.
Имандаштар, мин ихлас күңелдән Исраил халҡының ҡотолоуын теләйем һәм был турала Аллаға доға ҡылам.
Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа, Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем!
Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп, күңелем тетрәнә.
Ун икенсе ай – адар айының ун өсөнсө көнөндә батша фарманы һәм бойороғон үтәр көн килеп етте. Был көндө дошмандары йәһүдтәрҙән өҫтөнлөк алырға өмөтләнгәйне лә, киреһенсә килеп сыҡты, йәһүдтәр, үҙҙәрен күрә алмағандар өҫтөнән еңеү ҡаҙанды.
– Батша мәңге йәшәһен! Йөҙөм ниңә ҡайғылы булмаһын инде минең? Ата-бабаларым ерләнгән ҡала ташландыҡ хәлдә ята, ҡала ҡапҡалары яндырылған! – тинем.
Мин унан башҡа өйгә ҡайтып, атайымдың хәсрәткә батҡанын күрә алмайым!