Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Эстер 7:9 - Изге Яҙма

9 Батшаға хеҙмәт иткән алашарҙарҙың береһе Харвона: – Ана унда, Һамандың өйө эргәһендә, илле терһәк бейеклегендәге дар ағасы тора. Быны Һаман, батшаны иҫкәртеп, ғүмерен һаҡлап ҡалған Мордехайҙы аҫып ҡуйыр өсөн әҙерләткән, – тине. Батша: – Шунда үҙен аҫып ҡуйығыҙ! – тип бойорҙо.

Ver Capítulo Copiar




Эстер 7:9
20 Referencias Cruzadas  

Ҡатыны Зереш менән бөтә дуҫтары Һаманға былай тип кәңәш бирҙе: – Бейеклеге илле терһәк булған дар ағасы ҡуйҙыр ҙа иртәгә батшанан Мордехайҙы шунда аҫып ҡуйыуын һора. Шунан инде күңелең булып, батша менән табынға барырһың. Һаманға был һүҙҙәр оҡшап ҡалды, һәм ул дар ағасы яһатты.


Етенсе көндө шараптан күңеле ирәйеп киткән Ахашверош батша үҙенә хеҙмәт иткән Меһуман, Биззета, Харвона, Бигҫа, Авагҫа, Зеҫар, Каркас исемле ете алашарға


Ниндәй ҡиммәт мөхәббәтең, эй Алла! Бәндәләрең ҡанатың аҫтында ышыҡ таба.


Батша Даниилды ошаҡлаған теге кешеләрҙе, балалары һәм ҡатындары менән бергә алып килеп, арыҫландар ултырған соҡорға ташларға ҡушты. Тегеләр соҡор төбөнә төшөп етергә лә өлгөрмәне, арыҫландар уларҙы ҡармап алып, өҙгөсләп ташланы.


Эй батша, батшалыҡтағы бөтә вәзирҙәр, етәкселәр һәм өлкә идарасылары, батшаның кәңәшселәре үҙ-ара фекер алышып, шуны кәрәк тип тапты, батша фарман, бер тыйыу сығарһын: кемдер берәү утыҙ көн эсендә үтенесе менән һинән башҡа берәүгә – илаһҡамы йәки кешегәме – мөрәжәғәт итһә, шуны арыҫландар янына соҡорға ташлаһындар.


Күгәрсенеңдең йәнен йыртҡыстарға бирмә, Фәҡирҙәреңдең хәлен мәңге онотма.


Ләкин Эстер батша янына кергәс, тегеһе фарман сығарҙы һәм Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы яуыз уйы үҙ башына төштө: Һаманды улдары менән бергә дар ағасына аҫып ҡуйҙылар.


Улар шулай һөйләшеп тә бөтмәне, батша алашарҙары Һаманды ҡабаландырып Эстер ойошторған табынға алып китте.


Унда Мордехайҙың Ахашверош батшаны үлтерергә ниәтләгән теге ике алашарҙы – ишек һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән Бигҫан менән Терешты – фашлағаны хаҡында ла яҙылғайны.


Шунан Дауыт йүгереп барҙы ла уның янына килеп баҫты. Ул пелештиҙең ҡылысын ҡынынан һурып алды, уны үлтереп, башын сабып өҙҙө. Бәһлеүәндәренең үлгәнен күреп, пелештиҙәр ҡаса башланы.


Йеһу тәҙрәгә туп-тура төбәлеп: – Кемегеҙ минең яҡлы? – тип ҡысҡырҙы. Һарай әһелдәренең икәү-өсәүһе үрелеп ҡарағас:


Ахашверош батша Эстер батшабикә менән йәһүд Мордехайға: – Мин Һамандың барлыҡ мал-мөлкәтен Эстерға бирҙем. Һамандың үҙен йәһүдтәргә ҡул һалырға ниәтләгәне өсөн дар ағасына аҫтырып ҡуйҙым.


Батша был теләкте лә үтәргә бойорҙо. Шушанда йәнә фарман иғлан ителде. Һамандың ун улының кәүҙәһе дарға аҫып ҡуйылды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios