Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Эстер 7:6 - Изге Яҙма

6 Эстер: – Беҙҙе күрә алмаған яуыз дошманыбыҙ – ошо бәдбәхет Һаман ул! – тип яуап ҡайтарҙы. Батша менән батшабикә алдында Һамандың ҡото алынды.

Ver Capítulo Copiar




Эстер 7:6
18 Referencias Cruzadas  

Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны ауыҙынан сыҡҡан тын менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер.


Батшаның асыуы – үлем илсеһе, әммә аҡыллы кеше уны тынысландырыр.


Һине ярҙамға саҡырып, Мөҡәддәс ҡорамыңа табан ҡул һонғанымда, Ялбарыусы тауышымды ишет.


Батша бармағынан мөһөр йөҙөгөн сисеп, йәһүдтәрҙең дошманына – Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һаманға бирҙе.


Бөтә дошмандарыбыҙ, тирә-яғыбыҙҙағы һәммә халыҡтар быны ишетеп ҡурҡтылар һәм уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышаныстары бөттө, сөнки был эште Аллабыҙ ярҙамы менән башҡарып сыҡҡаныбыҙҙы аңланылар.


Һинең менән минең аралағын Раббы Үҙе хөкөм итһен, миңә ҡылған яуызлығың өсөн язаны Раббы һиңә Үҙе бирһен. Ә мин һиңә ҡаршы ҡул күтәрмәйәсәкмен.


Йөрәгем бәлтерәне, бөтә тәнем ҡалтырай; Элек эңерҙе көтөп ала торғайным, Хәҙер ул ҡот осҡос мәлгә әүерелде.


Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.


Ахашверош батша Эстер батшабикәнән: – Быны эшләргә батырсылығы еткән кем ул? Ҡайҙа ул? – тип һораша башланы.


Шул көндө Ахашверош батша Эстер батшабикәгә йәһүдтәрҙең дошманы булған Һамандың бөтә мал-мөлкәтен бирҙе. Мордехай иһә батша алдына килеп баҫты – Эстер уның үҙенә кем булғанын һөйләгәйне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios