Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Эстер 5:3 - Изге Яҙма

3 Батша уға: – Ни булды, Эстер батшабикә? Ниндәй үтенесең бар? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тип мөрәжәғәт итте.

Ver Capítulo Copiar




Эстер 5:3
11 Referencias Cruzadas  

– Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм, – тип ант итте.


Әүәлге көндәгесә, шарап эсеп алғас, батша Эстерға: – Ниндәй үтенесең бар, Эстер батшабикә? Барыһы ла булыр. Нимә теләйһең? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тине.


Батша Эстер батшабикәгә: – Шушан ҡәлғәһендә йәһүдтәр биш йөҙ кешене, шул иҫәптән Һамандың ун улын үлтереп юҡ иткән. Улар батшаның бүтән өлкәләрендә нимәләр ҡылды икән? Тағы ниндәй теләгең бар? Һорағаныңдың бөтәһен дә алырһың. Ниндәй үтенесең бар? Бөтәһе лә үтәлер, – тине.


Шарап эсеп алғас, батша Эстерға: – Ниндәй үтенесең бар? Барыһы ла булыр. Нимә теләйһең? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тине.


Ғивғонда сағында Алла Раббы төндә Сөләймәндең төшөнә инеп: – Минән теләгәнеңде һора, – тине.


– Һиңә бәләкәс кенә үтенесем бар ине, зинһар, һүҙемде йыҡма, – тип һүҙ башланы. – Һөйлә, әсәй, һүҙеңде йыҡмам, – тип яуапланы батша.


– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны. – Әфәндем! Күҙҙәрем күрһен ине, – тине һуҡыр.


Эстер: – Әгәр ҙә батша рәхим итеп риза булһа, бөгөн мин уның хөрмәтенә ойошторған табынға килһен, үҙе менән Һаманды ла алһын, – тине.


Батша: – Һин минән нимә теләйһең һуң? – тип һораны. Мин, Күк Аллаһына доға ҡылып,


Ғәскәриҙәр башлығы егетте ҡулынан тотоп ситкәрәк алып китте. – Һин миңә нимә әйтергә теләйһең? – тип һораны.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios