11 Һаман уларға үҙенең һанһыҙ байлығы, улдарының күплеге, батшаның уны нисек юғары күтәреүе, башҡа түрәләрҙән һәм хеҙмәтселәрҙән өҫтөн ҡуйыуы тураһында маҡтанып һөйләне.
Күпмелер ваҡыттан һуң, Ахашверош Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаманды үрләтеп ебәрҙе, уның урынын үҙенең хеҙмәтендәге бөтә түрәләрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйҙы.
Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.
Яҡуп Лаван улдарының үҙе хаҡында: – Яҡуп атайыбыҙҙың бөтә булған нәмәһен алып бөттө, бар байлығын атайыбыҙ мөлкәтенән йыйҙы! – тип һөйләгәнен ишетеп ҡалды.
Уның был һүҙҙәренә шәкерттәр бик ныҡ ғәжәпләнде. – Эй, балаларым, Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тип ҡабатланы Ғайса. –
Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.
„Минең ғәскәр башлыҡтарым, – ти ул, – Һәммәһе лә батша һымаҡ түгелме ни?
Күктәр Уның ғәҙеллеген бәйән итер, Сөнки хөкөм сығарыусы – Алла Үҙе. Села
Батша уларға үҙ батшалығының зиннәтен һәм шөһрәтен, үҙ бөйөклөгөнөң киңлеген һәм хаттинлығын күрһәтеп йөрөнө. Йөҙ ҙә һикһән көнгә һуҙылды был сара.
Мордехай батша янынан башында ҙур алтын таж, батшаныҡы һымаҡ зәңгәр һәм аҡ кейем, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге нәфис етен ябынса менән сыҡты. Шушан ҡалаһы ҡыуаныстан геү килде.
«Тыңла, халҡым, Мин һөйләйем! Һиңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡылам, Исраил. Мин Алламын, һинең Аллаң!