Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Эстер 3:10 - Изге Яҙма

10 Батша бармағынан мөһөр йөҙөгөн сисеп, йәһүдтәрҙең дошманына – Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һаманға бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Эстер 3:10
7 Referencias Cruzadas  

Батша Һамандан систереп алған мөһөр йөҙөгөн, бармағынан сисеп, Мордехайға тапшырҙы. Эстер Мордехайҙы Һамандың мал-мөлкәтенә идара итергә тәғәйенләне.


Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп, Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты.


Эстер: – Беҙҙе күрә алмаған яуыз дошманыбыҙ – ошо бәдбәхет Һаман ул! – тип яуап ҡайтарҙы. Батша менән батшабикә алдында Һамандың ҡото алынды.


Инде батша исеменән йәһүдтәргә ҡағылышлы үҙегеҙ теләгән бойороҡто яҙығыҙ ҙа уға батшаның мөһөр йөҙөгөн баҫығыҙ. Батша исеменән яҙылған һәм батша йөҙөгө менән мөһөр һуғылған ҡарарҙы һис кем юҡҡа сығара алмай, – тине.


Күпмелер ваҡыттан һуң, Ахашверош Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаманды үрләтеп ебәрҙе, уның урынын үҙенең хеҙмәтендәге бөтә түрәләрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйҙы.


Әгәр батша хуш күрһә, уларҙы юҡ итеү тураһында фарман сығарһын. Мин ун мең талант көмөштө ҡаҙнасылар ҡулына алып барып бирермен. Улар был көмөштө батшабыҙ ҡаҙнаһына тапшырыр, – тине.


Батша Һаманға: – Көмөшөң үҙеңдә ҡалһын, ә был халыҡ менән йәнең нисек теләй, шулай эшлә, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios