9 Вашти батшабикә лә Ахашверош батша һарайында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым табын ҡорҙо.
әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш булһам, әгәр ҙә батша мин һорағанды эшләргә, минең үтенесемде үтәргә рәхим итеп риза булһа, батша Һаман менән иртәгә лә мин улар өсөн ойошторған табынға килһен. Шул саҡта батшаның һорауына яуап бирермен.
Эстер: – Әгәр ҙә батша рәхим итеп риза булһа, бөгөн мин уның хөрмәтенә ойошторған табынға килһен, үҙе менән Һаманды ла алһын, – тине.
Ахашверош батшалыҡ итә башлағас, улар Йәһүҙә менән Йәрүсәлим кешеләрен ғәйепләп хат яҙҙы.
Батша үҙ һарайындағы хеҙмәтселәренең барыһына ла: «Бер кемде лә ихтыярһыҙламаҫҡа, кем күпме теләй, шунса эсһен», – тип бойорғайны.
Етенсе көндө шараптан күңеле ирәйеп киткән Ахашверош батша үҙенә хеҙмәт иткән Меһуман, Биззета, Харвона, Бигҫа, Авагҫа, Зеҫар, Каркас исемле ете алашарға