3 батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында үҙенең вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн мәжлес ойошторҙо. Фарсы һәм Мадайҙың ғәскәр башлыҡтары, юғары ҡатлам кешеләре, өлкә башлыҡтары батша мәжлесенә йыйылды.
Әммә бына Һирудиас өсөн уңайлы көн килде. Һируд үҙенең тыуған көнө айҡанлы юғары дәрәжәле түрәләрҙе, ғәскәриҙәр башлыҡтарын һәм Галилеяның мәртәбәле кешеләрен мәжлескә саҡырҙы.
Белшассар батша үҙенең бер мең вәзир-бәге өсөн оло мәжлес ойошторҙо һәм улар менән бергә шарап эсте.
Ул Эстер хөрмәтенә үҙенең бөтә вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн оло мәжлес ойошторҙо, бөтә өлкәләрҙә байрам иғлан итте һәм батшаларға хас йомартлыҡ менән бүләктәр таратты.
Уянып киткәс, Сөләймән күргәндәренең төш икәнен аңланы. Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Раббы Хакимдың Килешеү һандығы эргәһенә баҫты, тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, унан үҙенең бөтә хеҙмәтселәре өсөн мәжлес йыйҙы.
Уҡтарығыҙҙы ослағыҙ! Һаҙаҡтарығыҙға тултырығыҙ! Раббы, Үҙенең ҡорамы өсөн үс алырға, Бабилды һәләк ҡылырға ниәт итеп, Мадай батшаларын Бабилға ҡаршы ҡуҙғатты.
Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»
Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарай әһелдәре өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шулар алдында баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксене юғары күтәрҙе –
Һин күргән ике мөгөҙлө һарыҡ тәкәһе – Мадай һәм Фарсы батшалары.
Илгә идара итер өсөн мадай Дарий батшалыҡтың бөтә өлкәләренә йөҙ ҙә егерме идарасы тәғәйенләне.
Пәрәс – «Һинең батшалығың, бүлгеләнеп, мадайҙар менән фарсыларға бирелде».
Ул саҡта Каршена, Шеҫар, Адмаҫа, Таршиш, Мерес, Марсена һәм Мемухан батшаның иң яҡындары була торғайны. Батшалыҡта иң юғары урындарҙы биләгән был ете Фарсы һәм Мадай түрәһе батша янына инеү хоҡуғына эйә ине.
Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты.
Батша уларға үҙ батшалығының зиннәтен һәм шөһрәтен, үҙ бөйөклөгөнөң киңлеген һәм хаттинлығын күрһәтеп йөрөнө. Йөҙ ҙә һикһән көнгә һуҙылды был сара.
Ахашверош хакимлығының ун икенсе йылында, беренсе ай булған нисан айында, Һаман алдында көн һәм айҙы билдәләр өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалдылар. Йәрәбә ун икенсе ай булған адар айына төштө.