Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Эстер 1:13 - Изге Яҙма

13 Батша нимә эшләргә кәрәклеген һорашып, аҡыл эйәләренә мөрәжәғәт итте – ғәҙәттә, ул ҡанундарҙы һәм хоҡуҡиәтте белгән кешеләр менән кәңәшләшер ине.

Ver Capítulo Copiar




Эстер 1:13
11 Referencias Cruzadas  

Исасхар ырыуынан Исраилға ҡасан һәм нимә эшләргә кәрәклеген белгән аҡыллы кешеләр, башлыҡтарының һаны ике йөҙ булып, бөтә ағай-энеләре лә уларға эйәрә;


Төшөн юратыр өсөн, батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, күрәҙәселәрҙе, халдейҙарҙың аҡыл эйәләрен саҡыртырға ҡушты. Улар, килеп, батша алдына баҫты.


Эй халыҡтар Батшаһы, Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы? Һин быға лайыҡһың. Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында, Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ!


Ә иртәнсәк күк йөҙөндә ҡарағусҡыл ҡыҙыл болоттар күрәһегеҙ ҙә: «Бөгөн дауыл булыр», – тиһегеҙ. Күккә ҡарап һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә заман билдәләрен аңлай алмайһығыҙ.


Батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, халдей аҡыл эйәләрен, фал һалыусыларҙы саҡырырға бойороп ҡысҡырып ебәрҙе. Ул Бабил аҡыл эйәләренә: – Кем дә кем миңә был яҙыуҙы уҡып, уның мәғәнәһен әйтеп бирә, шуны затлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйынына алтын сылбыр тағырҙар, һәм ул дәүләт эсендә өсөнсө кеше булыр, – тине.


Батша был һүҙҙәргә бик ныҡ асыуланды һәм Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен ҡырып бөтөрөргә бойорҙо.


Ғайса Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында Һируд батша идара иткән заманда тыуҙы. Ошо мәлдәрҙә көнсығыштан Йәрүсәлимгә аҡыл эйәләре килде.


Даниил батшаға былай тип яуапланы: – Батша һораған серҙе аҡыл эйәләре лә, сихырсылар ҙа, тылсымсылар ҙа, фал һалыусылар ҙа аса алмаҫ.


Ләкин Вашти батшабикә Ахашвероштың алашарҙар аша еткергән бойороғон үтәргә теләмәне, батша янына барыуҙан баш тартты. Батша быға бик ныҡ ярһыны, күңелендә асыу ҡайнаны.


зевулундарҙан яуға әҙер булған, төрлө һуғыш ҡоралы менән ҡоралланған илле мең кеше килә, сафтағылар барыһы ла бер төптән була;


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios