10 Һораһаң, улар өйрәтмәҫ-һөйләмәҫ, Күңелдәгеһен асмаҫ тиһеңме ни?
Аҡыллы әҙәм ҡолағы менән белем эҙләр, аңлы бәндә йөрәге менән аҡыл туплар.
Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә юлыбыҙҙа торған бөтә ҡаршылыҡтарҙы, беҙҙе сырмап алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.
Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул тәҡүә булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әле лә һөйләй.
Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара.
Аҡыллының йөрәге теленә зирәклек бирер, әйткәндәрен ышаныслы итер.
Улар, йән биргәс, тупраҡҡа ҡайта, Шул көндө үк ниәттәре юҡҡа сыға.
„Әйҙә, оҙаҡ йәшәгәндәр һөйләһендәр, – тип уйланым. – Өлкәндәр аҡылға өйрәтһен“.
Уларҙы балаларығыҙға өйрәтегеҙ, өйҙә ултырғанда ла, юл йөрөгәндә лә, ятҡанда ла, торғанда ла телегеҙҙән төшөрмәгеҙ.
Уларҙы балаларыңа өйрәт, өйҙә ултырғанда ла, юл йөрөгәндә лә, ятҡанда ла, торғанда ла телеңдән төшөрмә.
Беҙ бит кисә тыуҙыҡ, бер нәмә белмәйбеҙ, Был донъяла ғүмеребеҙ – бары тик бер күләгәлер.
Һыу булмаған урында ҡамыш үҫерме? Һаҙлыҡһыҙ ерҙә ҡалҡырмы күрән?