Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Әйүп 7:7 - Изге Яҙма

7 Эй Алла, иҫеңә төшөр: ғүмерем – бары бер һулыш, Күҙҙәрем башҡаса бәхет күрмәҫ.

Ver Capítulo Copiar




Әйүп 7:7
16 Referencias Cruzadas  

Эй һеҙ, иртәгә ни булырын белмәүселәр, һеҙҙең тормошоғоҙ ни генә? Һеҙ бит – аҙ ваҡытҡа пәйҙә булып, аҙаҡ юғалыусы томан ғына.


Мин Раббыға әйттем: «Эй Раббы, Һин бөтәһен дә белеп тораһың, Иҫеңә төшөр мине, ҡурсала. Мине эҙәрләүселәрҙән үс ал. Һин сабырһың – мине һәләк итә күрмә, Һин тип хурланғанымды онотма.


Иҫеңдәме, мине балсыҡтан яһаның, Ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһыңмы?


Көндәрем сапҡындан етеҙерәк елеп үтә, Әммә алда яҡшылыҡ күренмәй.


Әммә Мусаға, үҙеңдең ҡолоңа, әйткән һүҙеңде иҫеңә төшөр: «Әгәр ҙә һеҙ Миңә тоғро булмаһағыҙ, Мин һеҙҙе төрлө халыҡтар араһына сәсермен;


Аталары Яҡуп уларға: – Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, – тине. – Йософ юҡ. Шимғон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!


Мин йәшәүҙән биҙҙем. Барыбер донъяла мәңге тормам, Ҡалдыр мине! Көндәрем – бары тик һулыш һымаҡ.


Тейешенсә ҡорбандар салығыҙ, Раббыға инанығыҙ.


Йәшәр көндәрем самалы ғына түгелме ни? Ҡалдырһаңсы мине, саҡ ҡына күңелем асылһын


Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ! Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп; Уларҙы аңлатмаҡ буламын да Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios