4 Ятыу менән торор ваҡытымды көтәм, Тик төнөм аяуһыҙ оҙон, Әйләнеп-тулғанып сығам таңға саҡлы.
Йөрәгегеҙҙе биләп алған ҡурҡыуҙан һәм күҙҙәрегеҙ күргәндән һеҙ иртән: «Тиҙерәк кис етһә ине!» тип, ә кискеһен: «Йәһәтерәк таң атһа ине!» тип әйтерһегеҙ.
Килер быуындарҙан йәшермәбеҙ: Раббының данға лайыҡ эштәрен, Ҡөҙрәтен, ҡылған мөғжизәләрен Киләсәк быуындарға иғлан итербеҙ.
Ә улар төндө көн тип раҫлай; Ҡараңғыла: „Яҡтылыҡ яҡын ул!“ – тип иҫбатлай. Әммә әйләнәлә бары ҡараңғылыҡ.
Эй дауылдарҙан туҡмалған, Йыуатыу тапмаған бахыр ҡала! Бына, һинең таштарыңды фирүзә өҫтөнә ҡуям, Нигеҙеңде зәңгәр яҡуттан һалам.
Үлгәс бит бер кем дә Һине иҫкә алмай. Кем шөкөр итер Һиңә үлеләр донъяһынан?
Төндәрен түҙгеһеҙ һыҙлай һөйәктәрем, Бер туҡтауһыҙ әрнеү йонсота.