21 Ниңә гонаһымды кисермәйһең? Ни өсөн ғәйебемде юймайһың? Бер аҙҙан тупраҡ аҫтында ятасаҡмын, Эҙләрһең дә, әммә мин инде булмаҫмын».
Ер ҡуйынында ятҡандар араһынан Күптәр уяныр: Берәүҙәр – мәңгелек тормош, Икенселәр – хурлыҡ һәм мәңгелек ерәнгес өсөн.
Мине күҙәтеп торорға, Әгәр гонаһ ҡыла ҡалһам, Ғәйебемде язаһыҙ ҡалдырмаҫҡа.
Әммә гонаһтарыбыҙҙы таныһаҡ, Алла уларҙы ярлыҡар һәм һәм беҙҙе төрлө яуызлыҡтарҙан арындырыр, сөнки Ул тоғро һәм ғәҙел.
Йә Раббы, самаһыҙ асыуланма, Ғәйептәребеҙҙе гел иҫеңдә тотма. Ҡараһаңсы: беҙ барыбыҙ ҙа – Һинең халҡың!
Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.
Мәсихтең кеше гонаһтарын Үҙенә алыр өсөн килгәнен һеҙ беләһегеҙ. Ә Ул Үҙе гонаһһыҙ.
Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.
Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –
Исраил, Аллаң Раббыға әйләнеп ҡайт – Яуызлығың арҡаһында абындың һин.
Әммә Һинең үлгәндәрең тереләсәк, Минең мәрхүмдәрем тороп аяҡҡа баҫасаҡ. Эй һеҙ, тупраҡ аҫтында ятҡандар, уянығыҙ, Ҡыуанышып йырлағыҙ! Һинең ысығың – яҡтылыҡ биреүсе ысыҡ! Ер үлеләрҙе кире ҡайтарасаҡ.
Күңелдәрҙе күтәргән шарапты, Йөҙҙәрҙе ялтыратҡан зәйтүн майын, Тәнгә ҡеүәт өҫтәр икмәкте бирәһең.
Ҡәберемә: „Һин – минең атайым“, Ер ҡортона: „Әсәйем, апайым һин“, – тип әйтһәм,
Иҫеңдәме, мине балсыҡтан яһаның, Ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһыңмы?
Бөгөн миңә баҡҡан күҙҙәр мине тиҙҙән күрмәйәсәк. Күҙ һалырһың, ә мин инде юҡмын.
Хәҙер тыныс ятҡан булыр инем, Үлем йоҡоһонда ял табыр инем
Халыҡ һанын алғандан һуң, Дауыттың йөрәгендә тыныслыҡ бөттө. Дауыт Раббыға: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер, Раббым, Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.
Шуахтан килгән Билдад былай тип яуапланы:
Яңы ҡайғылар ҡурҡыта мине, Сөнки беләм: мине ғәйепһеҙ тип танымаҫһың.
Минең менән дәғүәләшә алыусы булырмы? Ул саҡта шымырмын да үлермен.
Бай булып йоҡларға ятыр, Иртән күҙен асһа – бер нәмәһе лә ҡалмаған.
„Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен.
Ә кеше үлә лә, юҡҡа сыға; Һуңғы һулышын ала ла – ҡайҙа ул?
Төш шикелле осоп китер ҙә башҡа табылмаҫ, Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр.