18 Иртә һайын тикшереп тораһың, Һәр аҙым һайын уны һынайһың.
Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.
Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде уларҙы тимер һымаҡ иретеп һынаясаҡмын, Бисара халҡымдың гонаһына ҡаршы Шунан башҡа нимә эшләй алам?
Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».
Күптәр һынауҙар аша үтер һәм таҙарыныр-сафланыр, әммә яман әҙәмдәр яман ғәмәлдәрен ҡылыуын дауам итер. Яуыздарҙың береһе лә быларҙы төшөнмәҫ, аҡыл эйәләре иһә быларҙың бөтәһен дә аңлап алыр.
Ул хакимдар үлде, инде терелмәҫтәр; Әруахтары ҡабат тороп сыҡмаҫ. Сөнки Һин уларҙы язалап юҡ иттең, Улар хаҡында хәтирәләрҙе юйҙың.
Һәм Һин күҙеңде шуға текләйһеңме? Үҙең менән хөкөмләшергә илтәһеңме?
Ул сүлдә ата-бабаларың да белмәгән майҙә менән тамағыңды туйҙырҙы. Ә Ул быларҙы һине баҫалҡыландырыр һәм һынар, ә һуңынан игелек ҡылыр өсөн эшләне.
Бар, халыҡты Мин әйткән ергә алып кит. Фәрештәм алдыңдан барыр. Яза көнө килгәс, Мин уларҙы гонаһтарына күрә язалармын.
Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Алла Ибраһимды һынап ҡарарға булды.
Әммә Ул минең тотҡан юлымды белә. Әйҙә, һынаһын – саф алтын һымаҡ буласаҡмын.
Әммә һаман ҡала эсендәге Раббы ғәҙел, Ул яуызлыҡ ҡылмай; Һәр иртә һайын Үҙ хөкөмөн сығара, Һәр бер таңда – һис тә кисектермәй! Әммә залимдар оялыу белмәй.
Ливъяҫандың баштарын емерҙең, Сүл йыртҡыстарына уны емтек иттең.