17 Кеше тигәнең шул тиклем нимә? Ниңә уны шулай ололайһың? Ни өсөн шул ҡәҙәр иғтибар бүләһең?
Әммә кемдер Изге Яҙманың ҡайһылыр бер урынында былай тип шаһитлыҡ иткән: «Әҙәм заты нимә инде? Ә Һин уның хаҡында уйлайһың! Бәндә балаһы кем – уны хәстәрләйһең?
Бармаҡтарың әүәләгән күккә баҡтым, Һин урынлаштырған ай менән йондоҙҙарға ҡараным.
Раббы бөйөк, икһеҙ-сикһеҙ маҡтауға Ул лайыҡ, Уның бөйөклөгөнә һис етмәҫ аҡыл.
Мин диңгеҙме, әллә диңгеҙ ғифритеме, Ни өсөн Һин миңә ҡарауылсы ҡуйҙың?
Боронғо мәҡәл әйтмешләй: «Яманлыҡ ямандарҙан сыға». Ә мин һиңә ҡул күтәрмәйем.
«Кешенән Аллаға ниндәй файҙа? Әҙәмдең иң аҡыллыһынан Уға бер фәтүә бармы?
Селәүсен һымаҡ ҡына фани бәндәгә ни һан? Әҙәм балаһы бары – ер ҡорто!»
Һәм Һин күҙеңде шуға текләйһеңме? Үҙең менән хөкөмләшергә илтәһеңме?
Әҙәм заты нимә инде? Ә Һин уның хаҡында уйлайһың! Бәндә балаһы кем – уны хәстәрләйһең?