14 Һин төшөмдә мине ҡурҡытаһың, Һаташтырып ҡотомдо алаһың.
Батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Навуходоносор төш күрҙе; йән тыныслығын юғалтып, тамам йоҡоһо ҡасты.
Хафаға төшкән фирғәүен, иртәнсәк Мысырҙың бөтә сихырсыларын һәм аҡыл эйәләрен саҡыртып, күргән төштәрен һөйләне, әммә уларҙы берәү ҙә юрай алманы.
Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.
Ал да юҡ, ял да юҡ, йәм дә юҡ, Бары тик ғәм генә тороп ҡалды».
Ятыу менән торор ваҡытымды көтәм, Тик төнөм аяуһыҙ оҙон, Әйләнеп-тулғанып сығам таңға саҡлы.
„Һыҙланыуым түшәктә баҫылыр, Ятһам, бәлки, рәхәтерәк булыр“, – тип уйлаһам,
Бындай тән менән ғүмер һөргәнсе, Һулышым өҙөлөп кенә үлһәмсе!
Әммә йоҡомда бер төш кереп ҡурҡытты, төшөмдә күргәндәр мине хафаға һалды.