11 Шуға күрә өндәшмәй ҡала алмайым, Рухымдың хәсрәтләнеүен, Йәнем өҙгөләнеүен әрнеп һөйләйем.
«Ул үлемесле ауырыуға дусар булды, Түшәгенән башҡа тора алмаҫ», – тиҙәр.
Йәшәүемдән биҙҙем, Инде зарымды эстә тотмайым, Йән әрнеүҙәремде түгәм.
Күңелен хәсрәт баҫҡан ҡатын әрнеп илай-илай Раббыға ялбарҙы.
Хәйерлегә булған ғазап-әрнеүҙәрем, Һөйөүең менән йәнемде һәләкәт соҡоронан алып ҡалдың; Гонаһтарымды артҡа бырғаның.
Нимә тип әйтәйем? Ул нисек әйтһә, шулай эшләне. Ҡалған ғүмеремде хәсрәт эсендә үткәрермен.
Башҡа берәү ғазап сигеп, Һис рәхәтлек күрмәй китеп барыр.
Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн.
Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылды, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамды.
Һөйләһәм дә, әрнеүем баҫылмаҫ, Тынһам да, һыҙланыуым кәмемәҫ.
Инде шымығыҙ, миңә әйтергә ирек бирегеҙ, Әйҙә, ни булһа ла булһын.
Ғәйепле булһам – бөттө баш! Әммә хаҡ булһам да, башымды ҡалҡыта алмам. Түбәнһетеүҙәрҙән ғарыҡ булдым, хәсрәтемдән иҫерекмен.
Нишләп һеҙ һүҙҙәремә бәйләнәһегеҙ? Өмөтө өҙөлгәндең әйткәнен Иҫкән елгә тиңләйһегеҙ?
– Туғаныбыҙҙың ҡоно ҡайта беҙгә! – тип һөйләштеләр үҙ-ара. – Беҙ уның ыҙаланғанын күрҙек, әммә, нисек кенә ялынһа ла, уны ҡыҙғанманыҡ. Бына хәҙер үҙебеҙгә лә шул көн килде!
Ул мине тәрән соҡорҙан, Батҡаҡтан тартып сығарҙы, Аяҡтарымды ташҡа баҫтырҙы, Аҙымдарымды нығытты.
„Аһ-зарымды онотайым, Хәсрәтле йөҙөм яҡтырһын“, – тиһәм,
«Аһ-зарым бөгөн тағы ла әрнеүлерәк, Ыңғырашыуымды тыйырға тырышам.
Боҙоҡлоҡ юлына ҡайырылыуҙан һаҡлан, Ғазаптар һиңә бит бушҡа бирелмәгән.