10 Ул башҡаса өйөнә әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған төйәге уны танымаҫ.
Әммә төбө-тамыры менән йолҡоп алынһа, Үҫкән ере уны инҡар итер: „Һине күргәнем юҡ“, – тиер.
Туйғансы һыу эсер Раббы ағастары, Ул Ливанда ултыртҡан кедрҙар.
Ҡасандыр уға ҡараған күҙҙәргә күренмәҫ бүтән, Йәшәгән ерҙәре инде уны күрмәҫ.
Ел уның артынан әсе һыҙғырып, Ҡулын сабып тороп ҡалыр».
Көнсығыштан иҫкән көйҙөргөс ел Уны урынынан ҡуптарыр, Осороп алып китер.
Үҙенең тиҙәге кеүек сереп юҡҡа сығыр, Уны күргәндәр: „Ҡайҙа ул?“ – тиер.
Эй бөйөк Хакимым, бөтә теләгәнем хозурыңда, Көрһөнөүем Һинән йәшерен түгел.
Хәҙер инде, бала вафат булғас, ниңә ураҙа тоторға? Мин уны кире ҡайтара аламмы ни? Мин уның янына китәсәкмен, ә ул миңә кире ҡайтмаясаҡ.