4 Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
Ҡарар иттем: «Аҙымымды абайлап баҫайым, Телемде гонаһ һөйләүҙән тыяйым; Яуыз әҙәм янымда булғанда, Ауыҙымды ауыҙлыҡлап тотайым».
Мине дәһшәт солғап алды, Абруйым ел кеүек осоп китте, Именлегем томан һымаҡ таралды.
Кешенең рухы ауырыуға сыҙай ала, тик рух һынһа, нимә эшләргә һуң?
Юғарынан ҡулыңды һуҙ, мине азат ит, Даръя һыуҙарҙан мине сығарып ал, Яттарҙың ҡулынан ҡотҡар.
Ә сәғәт өстә Ғайса көслө тауыш менән: – Элои, Элои, лема сабахҫани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» тигәнде аңлата.
Ғәрәсәт булып өҫтөмә ябырыла, Ғәйепһеҙгә яраларымды арттыра.
Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм.
Бер йылға бар: Һыуҙары ҡыуаныс алып килә Алла ҡалаһына, Юғарыларҙан Юғарының мөҡәддәс торлағына.
Йыраҡлашма минән – бәлә яҡын, Бер кем дә юҡ ярҙам ҡулы һуҙған.
Белә-күрә гонаһ ҡылыуҙарҙан һаҡла, Улар миңә хаким була алмаһын! Шул сағында мин камил булырмын, Ҙур гонаһтарҙан азат ҡалырмын.
Әгәр кеше яуызлығын ташламаһа, Алла ҡылысын үткерләп ҡайрар, Йәйәһен киреп ҡуйыр.
Сөнки мин Алланан килгән бәләнән ҡурҡам, Бөйөклөгө алдында мин тора алмаҫ инем.
Үҙҙәренең һәләкәтен үҙ күҙҙәре күрһен, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең асыуын үҙҙәре эсһен.
Уҡтарымды ҡандан иҫертермен, Ҡылысым ит, ҡырылғандар, әсир ителгәндәр ҡанын, Дошман түрәләренең баштарын ашар“.
Ноғоми уларға: – Бүтәнсә мине Ноғоми тип йөрөтмәгеҙ, миңә Мара тип әйтегеҙ, сөнки сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе тормошомдо әсе итте!
Зәһәр йыландың ағыуын имер, Ҡара йыландың тешенән үлер.
Хаҡлымын, ә алдаҡсы һаналам. Бер ғәйебем булмаған хәлдә, мин уңалмаҫлыҡ яра алдым“.
Һәр көн иртән, көндөҙ ҙә, төндә лә Был ташҡын һеҙҙе йыуып алып китер. Был хәбәрҙе аңлағас, ҡотоғоҙ осасаҡ!»
Дошман һымаҡ Ул йәйәһен кирҙе, Уң ҡулын атырға әҙер тотто. Күҙҙе һөйөндөргән бар нәмәне Дошман яуы һымаҡ һәләк итте. Асыуын Сион-ҡыҙ сатырына ут һымаҡ түкте.
Әгәр гонаһ ҡылған булһам, Эй әҙәм затының Күҙәтсеһе, Һиңә минең ни зыяным тейҙе? Ниңә мине Үҙеңә сәп итеп алдың? Ни өсөн Һиңә ауыр йөк булдым?
Асыуынан өҙгөләп-йыртҡыслай Алла, Нәфрәтләнә, тешен шығырлата; Дошмандай, күҙенең уғын миңә сәнсә.
Ғәскәрҙәре бергәләшеп ябырыла, Миңә ҡаршы улар уба ҡора, Тупламдары сатырымды ҡамап тора.
Шымып ҡалдым, ауыҙымдан һүҙ сыҡманы, Хатта яҡшы хаҡында ла өндәшмәнем. Әммә һыҙланыуым арта барҙы,
Йөрәк үҙ һағышын үҙе белә, шатлығын да яттар менән уртаҡлашмай.
Эйе, Ул миңә ҡулын күтәрҙе, Көн оҙоно, туҡтауһыҙ язалай.