3 Улар диңгеҙ ҡомонан да ауырыраҡ тартыр ине, Шуға күрә әйткән һүҙҙәрем дыуамал.
Таш ауыр, ҡом тос тарта, әммә ахмаҡтың рәнйетеүе икеһенән дә ауырыраҡ.
Эй хәлдән тайғандар, ауыр йөктән интеккәндәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙҙе тынысландырырмын.
Килер быуындарҙан йәшермәбеҙ: Раббының данға лайыҡ эштәрен, Ҡөҙрәтен, ҡылған мөғжизәләрен Киләсәк быуындарға иғлан итербеҙ.
Әйттем: «Йә Раббы, шәфҡәтле бул миңә, Һиңә гонаһ ҡылдым, йәнемә шифа бир».
«Аһ-зарым бөгөн тағы ла әрнеүлерәк, Ыңғырашыуымды тыйырға тырышам.
Әйҙә Алла мине иң дөрөҫ бизмән менән үлсәһен, Шунда Ул намыҫлылығымды белер.